

Йәй – иҫтәлекле осрашыуҙар, сәйәхәт, тәбиғәт ҡосағына сығып ял итеү мәле. Учалы районының йәмле Әүеш күле буйында, Иҫке байрамғол ауылында яңыраҡ Сәйфетдиновтар нәҫеле ҙур шәжәрә байрамын ойошторҙо.
Тап шунда, барлыҡ туғандар, бала-сағалар йыйылған оло ҡорҙа ошо ауылда тыуып үҫеп, йәшләй ситкә сығып киткән Хәнә Сәйфетдинова (хәҙер Динисламова) үҙе төҙөгән шәжәрә ағасы менән таныштырҙы һәм нәҫелдең барлыҡҡа килеүе, Әүешкүл ауылы тарихына ҡағылышлы шәжәрә китабының исем туйын үткәрҙе. Ошо ауылда төпләнеп, матур итеп донъя көткән Марат һәм Әлфизә Сәйфетдиновтар, Алмат Сәйфетдинов туғандарҙы йыйып матур табын ойоштороуға күп көс һалды.
Үткән быуаттың 80-се йылдарында уҡ тыуған ауылынан алыҫ Бөрйәнгә эшкә юлланған Хәнә апайым ситтә йәшәһә лә, тыуған ауылын онотмай, йыл һайын туғандарына ҡайтып тора. Сибай педучилищеһын, юғары уҡыу йортон тамамлап, 1980 йылда Байғаҙы ауылы егете Зиннәт Динисламов менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр һәм Хәнә килен булып төшкән төйәгендә мәктәптә белем бирә, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы. 2004 – 2008 йылдарҙа Хәнә Ишморат ҡыҙы Байғаҙы ауыл хакимиәте башлығы вазифаһында эшләй. Төп эшенән тыш Хәнә Ишморат ҡыҙы уҡыу йылдарында, эш дәүерендә ҙур йәмәғәт эштәре алып бара. Мәктәп, студент йылдарында староста, комсорг булһа, киң эрудициялы, әүҙем, ойоштороу һәләте һәм энергияһы ташып торғанға ла дүрт саҡырылыш ауыл Советы депутаты, мәктәптә профсоюз ойошмаһы етәксеһе, Ҡатын-ҡыҙҙар, Ветерандар советы рәйесе итеп һайлана ул. Ауылда күп сараларҙың инициаторы һәм ойоштороусыһы, уның етәкселегендә Байғаҙыла мәсет төҙөлә, ауыл тарихына ҡағылышлы китап яҙыла.
Әүешкүл аулында үткән шәжәрә байрамында Хәнә Ишморат ҡыҙы Сәйфетдиновтарҙың бик затлы, уҡымышлы, яугир нәҫеле булыуы хаҡында бик ҡыҙыҡлы итеп һөйләне. Нәҫел ебенең башында тороусы Сәйфетдин Ҡыҙырғәлин 1774- се йылда тыуған, 1812 -1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында ҡатнашып ике көмөш миҙал менән бүләкләнгән («За взятие Парижа 19 марта 1814 года» һәм «В память войны 1812-1814гг.»). Тимәк, беҙҙең ҡарттайыбыҙ ҡасандыр Парижды яулауҙа ҡатнашып, үҙ иленә әйләнеп ҡайтҡан.
– Киләсәк быуын үҙ тамырын белһен, туғандарын таныһын, аралашып йәшәһен өсөн ошо бәләкәй генә баҫманы әҙерләнек. Балалар, һеҙҙең тамырҙарығыҙ тәрән, көслө Сәйфетдиновтарҙан икәнен белеүегеҙ мөһим. Тамыры ныҡ ағас көслө булған һымаҡ, нәҫелен белгән кеше үҙен ҡайҙа ла иркен тоя, киләсәккә ышаныс менән ҡарай. Уҡығыҙ, өйрәнегеҙ, киләсәк быуынға аманат итеп ҡалдырығыҙ! – тип өндәште туғандарға Хәнә апай.
Ошондай бик ҡыҙыҡлы тарихи мәғлүмәттәр тупланған Шәжәрә китабын бүләккә алды байрамға килеүселәр. Башҡорт һәм рус телендә сыҡҡан, боронғо фотоларҙан тупланған сағыу баҫманы айырыуса йәштәр ҡыҙыҡһынып ҡараны. Артабан осрашыуҙа боронғо халыҡ уйындарын уйнап, йырлап-бейеп күңел асты, ихлас күңелдән аралашты туғандар. Шәжәрә байрамы үткәндәр менән киләсәкте бәйләп, нәҫел ебе өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уятты, күңелгә көс-ғәйрәт өҫтәне. Башҡортостнадың халыҡ шағыры Мостай Кәрим әйтмешләй, «Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ, үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап, тарих арбаһында барасаҡбыҙ!».