

“Башҡортостан” гәзите коллективы бергәләп тәбиғәт ҡосағына сығыуҙы, иҫтәлекле урындар менән танышыуҙы, экологик акциялар ойоштороуҙы яҡшы традицияға әйләндерҙе. Һуңғы йылдарҙа Бәләкәй Ямантау, Аҫҡын мәмерйәһе, Ирәмәл тауы кеүек республикабыҙҙың матур иҫтәлекле урындарына коллектив менән походтарға сыҡтыҡ. Быйыл да 21 августа, экологик акция сиктәрендә, Бөрйән районы менән танышырға насип итте.
Сәйәхәтебеҙҙең программаһы бик бай булды. Бер көндә Шүлгәнташ мәмерйәһендә булдыҡ, “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексын ҡараныҡ, Йылҡысыҡҡан күле буйында урынлашҡан Аҡбуҙат һәйкәлен күрҙек, Ағиҙел яры буйындағы Инсебикә ҡаяһына мендек, йылға буйлап кәмәлә аҡтыҡ, уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәресендә лә булдыҡ.
Ваҡыттарының төп өлөшөн кабинеттарҙа гәзит сығарып ултырған хеҙмәттәштәребеҙ өсөн был сәйәхәт айырыуса фәһемле һәм файҙалы булды – улар баштарын ял иттереп, йыллыҡ эшкә көс-дәрт алды.
Бөрйән районына сәйәхәт көтөлмәгәндә килеп сыҡты – унда беҙҙе гәзитебеҙҙең күптәнге тоғро дуҫы, “Ағиҙел” лагерының директоры Илшат Ҡулбирҙин махсус рәүештә саҡырҙы һәм бер көнлөк сәйәхәт ойошторҙо.
Илшат Мөхәмәт улына һәм сараны ойоштороуға рухи ярҙам күрһәткән, шулай уҡ булышлыҡ иткән район етәксеһе Рәмил Миңләхмәт улы Абдуллинға, Шүлгәнташ ҡарсаулығы директоры Михаил Николаевич Косаревҡа, “Шүлгәнташ” музей комплексы директоры Фәүзил Әлфир улы Маликовҡа, беҙгә оҫталыҡ дәресе күрһәткән Сынбулат Хәкимйән улы Юлбирҙинға, Ағиҙелдә ағырға ярҙам иткән эшҡыуар Раян Рамазан улы Шахниязовҡа рәхмәт.
Мең тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр барып күр, тигән әйтем бар. Һеҙгә лә туризм матур үҫеш алған Бөрйән районына барырға һәм уның иҫтәлекле урындары менән танышырға кәңәш итәбеҙ. Үҙебеҙҙең Башҡортостанда ял итегеҙ, сәйәхәт ҡылығыҙ!
Нәсих ХӘЛИСОВ фотолары.
Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan.