

Был тәмлекәс түбәндәгесә эшләнә.
Бер стакан (250 грамм) йылы һыуға 20 грамм желатин һалып, болғатып, бүрттерергә ҡуябыҙ. Икенсе һауытта 500 грамм кибет ҡаймағы (20 процентлы) менән бер стакан шәкәрҙе яҡшы итеп болғайбыҙ.
Желатинды талғын утҡа ҡуйып, иреп бөткәнсе болғатып торабыҙ ҙа эҫе килеш ҡаймаҡлы масса өҫтөнә ҡоябыҙ. Ярты сәй ҡалағы лимон кислотаһы өҫтәйбеҙ. Бик һәйбәтләп, шәкәре иҙелеп бөткәнсе болғайбыҙ. Артабан ошо массаға төрлө емеш-еләк, сәтләүектәр һалып, һауыттарға бүлеп һалабыҙ һәм һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Татлы ғына ризыҡ килеп сыға. Ашығыҙ тәмле булһын!
Рецепт Илһамиә Хәсәнова-Ғарипованың битләүенән алынды.
(Редакциянан: желатин ҡулланмаһағыҙ, кибеттә һатылған тәбиғи агар-агар алығыҙ).
Фото яһалма зиһен ярҙамында эшләнде.