Матур үтһен ялығыҙ
31 Августа , 14:45

Тормоштоң мөһим бер өлөшөнә әйләнде

Кәңәшмәлә Республикаға идара итеү үҙәге эшмәкәрлеге йүнәлештәрен тикшерҙеләр. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Тормоштоң мөһим бер өлөшөнә әйләндеТормоштоң мөһим бер өлөшөнә әйләнде
Тормоштоң мөһим бер өлөшөнә әйләнде

Бөгөн Радий Хәбиров уҙғарған Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә Республикаға идара итеү үҙәге (ЦУР) эшмәкәрлеге йүнәлештәре тикшерелде.

Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса илдең бөтә төбәктәрендә лә ошондай үҙәктәр булдырылыуын хәтергә төшөрҙө. Башҡортостанда ул 2019 йылдан эшләй. ЦУР республика Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы һәм “Диалог” АНО-һы федераль компанияһы бүлеге нигеҙендә эшләгән проект офисы булып тора. ЦУР-ҙа министрлыҡтарҙан һәм ведомстволарҙан командировкаға ебәрелгән белгестәр, шул иҫәптән төбәк Иҡтисади үҫеш министрлығының иҡтисади-аналитик блогы хеҙмәткәрҙәре эшләй.

Республикаға идара итеү үҙәге эшмәкәрлеге нигеҙендә – халыҡ менән кире бәйләнеш, аралашыу. 2018 йылдан алып “Инцидент менеджмент” һәм “Кире бәйләнеш платформаһы” федераль мәғлүмәт системалары 1,2 млн һәм 694 мең хәбәрҙе теркәгән. Ситуация үҙәге аша 2,6 миллион шылтыратыу килгән. Тағы ла 3,2 мең мөрәжәғәт киң мәғлүмәт сараларында баҫылған мәҡәләләрҙән алынған.

Рәсәй Һанлы үҫеш министрлығының 2025 йылғы рейтингы нигеҙендә “Кире бәйләнеш платформаһында” эшләү буйынса Башҡортостан илдә бишенсе урынды биләй.

Елена Прочаковская федераль стандарт буйынса социаль селтәрҙәрҙә халыҡҡа тәүге яуап ваҡыты өс сәғәттән артмаҫҡа тейеш икәнлегенә иғтибар итте. Башҡортостан буйынса уртаса яуап ваҡыты – 2 сәғәт 50 минут.

Республикаға идара итеү үҙәге Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тура бәйләнешен ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша. 2021 йылдан алып ошондай биш тура линия үтте. Һәр береһенең уртаса оҙайлығы дүрт сәғәт самаһы. Шул уҡ ваҡытта мөрәжәғәттәр һаны йылдан-йыл арта – 2025 йылда тура линияға ғына 10 меңгә яҡын һорау килгән. Уларҙың йомғаҡтары буйынса хәл ителгән мәсьәләләр тураһында “Инцидент-репортаж” программаһында һөйләйҙәр. ЦУР менән БСТ-ның берлектәге проекты 2026 йылдың майында старт алды.

Башҡортостан Республикаға идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт блогы ла әүҙем эшләй. Иҫкәртеү кампаниялары, дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәрҙе кире ҡағыу, брифингтар ойоштора. Яғыулыҡ менән бәйле хәл буйынса ғына тура эфирҙа 26 сығарылыш сыға.

Республикаға идара итеү үҙәге командаһында – 18 профессиональ аккредитацияланған спикер. Улар федераль кимәлдәге семинарҙарҙа ҡатнаша, төбәктә саралар үткәрә.

Эштә тағы бер өҫтөнлөк – Барыһы ла Еңеү өсөн. Республика һәм ил менән бергә Башҡортостандың ЦУР-ы командаһы был өҫтөнлөклө бурысты үтәү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй.

Яҡын киләсәктә көндәлек бурыстарҙы үтәү өсөн яһалма зиһен ҡулланыу планлаштырыла. Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Һанлы үҫеш һәм яһалма зиһен технологияларын индереү мәсьәләләре буйынса Совет ултырышында ҡатнашыу йомғаҡтары буйынса тейешле “юл картаһы” төҙөлә.

– Башҡортостандың Республикаға иара итеү үҙәге тормошобоҙҙоң бер өлөшө булып китте. Яҡшы команда барлыҡҡа килде. Социаль селтәрҙәге мөрәжәғәттәр күп. Ә кешеләр беҙгә яҙһа, тимәк, проблемаларҙы хәл итеүгә ышана һәм күрә. Был бик мөһим йүнәлеш, – тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева