Матур үтһен ялығыҙ
25 Сентября , 17:50

“Мин үлһәм, әҙер булһындар”

“Нисек инде “ни өсөн”? Оҙаҡламай өләсәй булсаҡһығыҙ, бына ни өсөн йәшәргә кәрәк!”– тип ҡаршы төштө килене.

“Мин үлһәм, әҙер булһындар”“Мин үлһәм, әҙер булһындар”
“Мин үлһәм, әҙер булһындар”

Егерме йәшлек Әлфиә менән Ринаттың яңы тормош башлауына ярты йыл да булып китте. Егет ҡатынына элеккегә ҡарағанда ла күберәк иғтибар бирергә тырыша, йә сәскә гөлләмәләре, йә йомшаҡ уйынсыҡтар бүләк итеп һөйөндөрә. Бары әлегә айырым фатир алырлыҡ финанс мөмкинлеге юҡ, шуға күрә йәштәр Ринаттың әсәһе Әминә апай менән бергә йәшәргә мәжбүр.

Ниңәлер, Әлфиәгә тәүге осрашыуҙан уҡ ҡәйнәһе уны үҙһенмәгән кеүек тойолдо. Ваҡ-төйәккә бәйләнеүе йәненә тейҙе, йә өйҙө йыйыштырыуы оҡшамай,  йә ашы тоҙһоҙ, хатта бер тапҡыр иттең ҡатылығына асыуланып,”тешеңде һындырырға мөмкин!” тип, ашауҙан баш тартып, өҫтәл эргәһенән тороп китте. Әлфиә үҙенең яҡшы хужабикә, аш-һыу оҫтаһы булмауын былай ҙа белә, сөнки өйҙәрендә бөтә эште әсәһе менән өләсәһе ҡулына алған, иркә, һылыу ҡыҙҙарын кәстрүл-таба эргәһенә индереү ҡайҙа ул. “Өлгөрөрһөң әле!” тип кенә уны кухня тирәһенән ҡыуа торғайнылар.

Бер-ике ай үткәндән һуң ҡәйнәһе килененә тамам хужа булды. Кискеһен дискотека һәм башҡа күңел асыуҙарға ебәрмәү өсөн эште табып ҡына торҙо. Ринат бер нисә тапҡыр ҡатынын яҡлашырға тырышып, ауыҙын асҡылап маташһа ла, әсәһе уны ҡырҡа туҡтатты. ”Атайым иҫән булһа, был хәлгә юл ҡуймаҫ ине”, тип кенә сикләнергә тура килде егеткә. Быға тиклем “һин дә мин” йәшәгән ул менән әсә араһындағы аңлашылмаусанлыҡ күҙгә күренеп көсәйә генә барҙы. Ихлас, ярҙамсыл Әминә апайҙы ен алмаштырған тиерһең, холҡо ла, үҙен тотошо ла ҡырҡа үҙгәрҙе, эсенә йомолдо, йөҙө лә гел асыулы кеүек.

Бер саҡ университеттан ваҡытынан иртәрәк ҡайтҡан Әлфиә туфлиҙарын һалғанда өйҙә ҡыҙыу ғына барған әңгәмәне ишетеп, һағайып туҡтап ҡалды. “Әллә ишекте туҡылдаттылар инде”, – тине таныш булмаған тауыш. ”Юҡ, килен бер сәғәттән генә ҡайта”, – тине ҡәйнәһе. “Һин йәштәргә ҡасан һөйләмәксе булаһың? Ниңә ваҡытты һуҙаһың?”– тине беренсе тауыш. “Белмәйем әле, былай Әлфиә донъя көтөргә яйлап өйрәнеп килә, кисә ашы ла тәмле генә булды”,– тип яуапланы Әминә апай.

“Шулай булғас, ниңә ҡыҙҙы яфалайһың? Улың менән дә мөнәсәбәтте яҡшыртырға кәрәк”, – тип тауышын күтәрә төштө ҡатын. “Эй, әхирәт, мин уларға яҡшылыҡ ҡына теләйем бит. Оҙаҡламай Әлфиәгә бөтә өй мәшәҡәттәрен өҫтөнә алырға, ире тураһында хәстәрлек күрергә тура киләсәк. Мин уны нисек тә булһа оло тормошҡа әҙерләргә тырышам, ә улымдың минең үлемем өсөн ҡайғырып һарыға һабышыуын теләмәйем, шуға күрә унан мөмкин тиклем ситләшергә маташам. Сиремде беләһең, бик ҡаты, яман сир. Уңышлы операциянан һуң да бер нимәгә эшкинмәй өйҙә ултырасаҡһың”, – тине  ҡәйнәһе.

Әлфиә шым ғына фатирҙан сығып китеү яғын ҡараны. Ярты сәғәт кенә элек ул үҙен ниндәй бәхетле тоя ине, ә хәҙер барыһы ла түңкәрелде. Ул бөгөн ишеткән-белгәнен бер кемгә лә һөйләмәҫкә булды, тик ошо көндән ҡәйнәһенең һәр ҡушҡан эшен, йомошон еренә еткереп үтәргә, яҡшыраҡ йыуырға, тәмлерәк аш-һыу әҙерләргә тырышты. Университеттан һуң шәфҡәт туташы курстарына йөрөргә ҡарар итте.

Бер көндө Әминә апай йәштәрҙе сәй эсергә кухняға саҡырып, үҙенең ҡаты ауырығанын, операциянан баш тартҡанын әйтергә мәжбүр булды. Ринат был яңылыҡтан шаҡ ҡатты, ә килене ҡәйнәһен операция эшләтергә кәрәклегенә ышандырырға тырышты. “Бәлки, кәрәктер, тик аҙаҡ ни өсөн йәшәргә? Бер ниндәй мәғәнә күрмәйем”, – тине төшөнкө генә әсә. “Нисек инде “ни өсөн”? Оҙаҡламай өләсәй булсаҡһығыҙ, бына ни өсөн йәшәргә кәрәк!”– тип ҡаршы төштө килене.

Ире менән ҡәйнәһе аптырауҙан бер мәлгә ҡатып ҡалды. “Әле генә түгел, алты ай бар әле, – тине уларҙың ҡараштарынан уңайһыҙланған Әлфиә. – Мин, ҡәйнәм, һеҙҙе тәрбиәләй алам, оҙаҡламай шәфҡәт туташтары курсын тамамлаясаҡмын. Һеҙ минең турала ҙур хәстәрлек күрҙегеҙ, ә хәҙер минең сират”.

Ярты йылдан һуң Әминә апай бер аҙ ауыртынып булһа ла, ейәнен ҡулға алырлыҡ хәлдә ине инде. Килене кисә генә бала табыу йортонан сыҡты. Реабилитация аҡрын ғына барһа ла, ейәненең тәүге тапҡыр аяҡҡа баҫҡанын күрергә, тәүге һүҙҙәрен ишетергә ышанысы ҙур өләсәйҙең.

 

Нәсих Хәлисов фотоэтюды (мәҡәләгә ҡағылмай).

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас