Матур үтһен ялығыҙ
4 Октября , 18:50

Минира апайҙың ҡоймаҡтары үҙе тәмле, үҙе йомшаҡ

Аят ашында был ҡоймаҡтың рецебын күптәр һорап алды. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Минира апайҙың ҡоймаҡтары үҙе тәмле, үҙе йомшаҡМинира апайҙың ҡоймаҡтары үҙе тәмле, үҙе йомшаҡ
Минира апайҙың ҡоймаҡтары үҙе тәмле, үҙе йомшаҡ

Минира апай Өфө ҡалаһының Нижегородка биҫтәһендә йәшәй, сығышы менән Ауырғазы районынан. Күптән түгел аят (Ҡөрьән) ашында бергә булырға тура килде. Ул күстәнәскә тип бик тәмле ҡоймаҡ ҡойоп килтергән ине. Үҙе тәмле, үҙе йомшаҡ ҡоймаҡ рецебын күптәр һорап алды. Оло йәштәге оҫтабикә рецебы менән ихлас бүлеште.
 
Шулай итеп, 0,5 литр кефирҙы (3,2 процентлы) өй температураһында йылытырға. Шуға дүрт йомортҡа, бер аш ҡалағы шәкәр, бер балғалаҡ тоҙ, дүрт-биш аш ҡалағы көнбағыш майы ҡушып, яҡшы итеп болғарға. Артабан он өҫтәй-өҫтәй ҡуйы масса яһарға.

"Ҡамыр ныҡ ҡуйы булырға, ҡалаҡ "баҫып торорға" тейеш", - тип аңлатты Минира апай.

Артабан ошо массаға аҙ-аҙлап ҡына ҡайнап сыҡҡан бер литр һөттө өҫтәргә. Һөттө өҫтәгән һайын яҡшы итеп болғайбыҙ. Һөҙөмтәлә ҡәҙимге ҡоймаҡ ҡуйылығындағы ҡамыр килеп сыға.

Аш һеркәһендә һүндереп, бер балғалаҡ сода ҡушабыҙ. Ҡамыр күҙләнеп, ҡабарып китергә тейеш. Унан инде, ҡыҙҙырылған табала ҡоймаҡ ҡойорға ғына ҡала. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова