“Берҙәмлек” халыҡ-ара милли мәҙәниәт фестивале бөгөн Өфөлә, Ҡала мәҙәниәт һарайында дауам итә. Билдәле булыуынса, сара быйыл "Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы ойошторолдо.
Бында Башҡортостан, Корея, Македония, Ҡаҙағстан, Беларусь, Чили, Ҡырғыҙстан, Шри-Ланка, Сенегал һ.б. вәкилдәре ҡатнаша. Уларҙы республиканың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илгиз Насретдинов сәләмләне.
“Төрлө мәҙәниәтле, төрлө динле халыҡтарҙың осрашыуы, берләшеүе, бында сиктәр булмауы – шәп күренеш. Мәңгелек ҡиммәттәр бер. Һәм беҙ барыбыҙ ҙа тик тыныслыҡ яҡлы”, – тине Әминә Ивний ҡыҙы һәм сит ил ҡунаҡтарын 2020 йылда Өфөлә үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына саҡырҙы.
Илгиз Диҡҡәт улы үҙ сығышында “Берҙәмлек” фестиваленең тыныслыҡ, дуҫлыҡ, изгелек байрамы булыуын билдәләне.
“Беҙҙең төп бурыстарыбыҙҙың береһе – тыуған ергә, тарихҡа һөйөү тәрбиәләү”, – тине ул.
Сарала беҙҙең “Мираҫ” халыҡ фольклор ансамбле сығыш яһаһа, Беларусиянан “Полешуки” атҡаҙанған халыҡ һәүәҫкәрҙәре коллективы, Ҡаҙағстандан “Таджиниса”, Македониянан “Александр Турундзев” төркөмдәре сәхнәне биҙәне.
Концерт дауам итә, тамашасыларҙы алда башҡа илдәрҙән сығыштар көтә.