Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Июнь 2019, 15:18

Милли проект "Берҙәмлек"кә көс өҫтәй

“Берҙәмлек” милли мәҙәниәттәр фестиваленең сираттағы көнө “Этно-көн” булараҡ уҙғарылды.

Фотолар: culture.bashkortostan.ru
Фотолар: culture.bashkortostan.ru
“Берҙәмлек” милли мәҙәниәттәр фестиваленең сираттағы көнө “Этно-көн” булараҡ уҙғарылды.


Билдәле булыуынса, быйыл сара “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы үткәрелә.

“Этно-көн”дә байрамды ойоштороусылар халыҡты башҡорттарҙың ғөрөф-ғәҙәте, йолалары, рухи ҡиммәттәре менән яҡынданыраҡ таныштырыу маҡсатын ҡуйҙы. Иглин районы биләмәһендә, Иван-Казанка ауылы янында сит ил ҡунаҡтарын башҡорт кейемендә, милли ризыҡтар менән, ҡурай моңо аҫтында ҡаршы алдылар. Ижади делегацияны Башҡортостанда Туризмды үҫтереү үҙәге етәксеһе Артур Иҙелбаев сәләмләне.


Ҡунаҡтарға умартасылыҡтың килеп сығыу тарихы, балдың нисек алыныуы тураһында һөйләнеләр, уны, шулай уҡ башҡорттоң башҡа төп ризыҡтарын табынға ҡуйҙылар.

Фестивалдә ҡатнашыусылар сәхнәлә йыр-бейеүгә, музыка ҡоралдарында уйнауға маһирлығын күрһәтте, спорт майҙансығында иһә уҡ атыу, һыбай йөрөү буйынса оҫталыҡ кластары ойошторолдо.


Ойоштороусылар әйтеүенсә, “Этно-көн” Башҡортостандың мәҙәниәте менән танышыу ғына түгел, ә барлыҡ ҡатнашыусыларҙы берләштереү, нығыраҡ дуҫлаштырыу көнө лә булды.

Читайте нас: