Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына 2024 йылға тиклем 15 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү планлаштырыла.
Был сумманың 10 миллиард һумдан күберәге федераль бюджеттан алынасаҡ.
Республикала “Һаулыҡ һаҡлау”ҙың ете төбәк проекты тормошҡа ашырыла. Улар беренсе медик-санитар ярҙам күрһәтеү тармағын үҫтереү, балалар сәләмәтлеген хәстәрләү, йөрәк-ҡан һәм онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәш, өлкәне белгестәр менән тәьмин итеү, медицина хеҙмәттәре экспортын киңәйтеү маҡсаттарына йүнәлтелгән. Шулай уҡ, министрлыҡта әйтеүҙәренсә, берҙәм һанлы контур булдырыу планлаштырыла.
Ошо барлыҡ сараларҙы финанслау өсөн быйыл биш миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған, тиелә ведомство мәғлүмәттәрендә.
Мәғлүм булыуынса, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты хеҙмәткә һәләтле халыҡ араһында үлем осраҡтарын кәметеүҙе, беренсе медик-санитар ярҙам күрһәткән медицина ойошмаларында белгестәргә ҡытлыҡты яйға һалыуҙы, граждандарға кәмендә йылына бер тапҡыр иҫкәртеү медицина тикшереүе үткәреүҙе һ.б. тәүмаҡсат итеп ҡуя.
2019 – 2024 йылдарҙа Рәсәйҙә был милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн 1,7 триллион һумдан ашыу сығым бүлеү планлаштырыла.