Милли кейем байрамы менән башланған “Евразия йөрәге” кискеһен “Торатау” конгресс-холы янындағы амфитеатрҙа сағыу концерт менән дауам итте. Билдәле булыуынса, сара быйыл "Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы уҙа.
Милли кейем парадына килгәндә, унда былтыр 1200-гә яҡын кеше ҡатнашҡан. Быйыл иһә был күрһәткес күпкә юғары. Ойоштороусылар әйтеүенсә, теркәлгән коллективтар һаны ғына 2700 самаһы булған!
Милли кейем байрамының бихисап милләт вәкилдәренән торған ҙур колоннаһы М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрынан Зәки Вәлиди урамы буйлап “Торатау” конгресс-холына тиклем үтеп, “Ватан” этнопаркына төштө. Парадҡа республиканың район-ҡалаларынан ғына түгел, Мәскәүҙән, Ырымбур өлкәһенән, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономлы округынан да килгәйнеләр.
Башҡорт, рус, татар, немец, сыуаш, латыш, украин, мордва, керәшен, удмурт, мари, белорус, ғәрәп, тажик һәм башҡа халыҡтар үҙенең милли кейемендә ғорур баҫып үтте, уларға Конго, Колумбия, Вьетнам, Ҡытай, Төркиә, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан һ.б. илдәрҙең студенттары ла ҡушылды. Күптәр – “Берҙәмлек” халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале ҡатнашыусылары.