Юл хеҙмәттәре быйыл, АҠШ-та эшләнгән күләмле проектлау алымын ҡулланып, Өфөләге автоюлдарҙың 48 саҡрымын ремонтлаясаҡ. Был эш “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы башҡарыла.
Исемлеккә ҙур объекттар ингән, улар араһында М-5 “Урал” федераль трассаһының Өфөнән аэропортҡа тиклемге участкаһы, Бөрө тракты, Өфө – Шаҡша автомобиль юлы бар.
Милли проектҡа ярашлы шулай уҡ Өфө урамдарына биш саҡрымдан ашыу яндауырлы кәртәләр урынлаштырыу, алты фото- һәм видеокамера, алты участкала яҡтыртыу ҡоролмалары һәм датчиктар ҡуйыу планлаштырылған. Әле юл эштәре 12 объектта бара.
Өфө оҙонлоҡ буйынса Рәсәй ҡалалары араһында дүртенсе урында тора, майҙаны йәһәтенән иң эре бишәү иҫәбендә. Башҡортостанда юлдарҙың оҙонлоғо 47,5 мең саҡрым тәшкил итә – экваторҙан оҙонораҡ.