Башҡортостан
-18 °С
Болотло
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Милли проекттар
26 Июнь 2019, 05:03
Халыҡ сәләмәтлеген хәстәрләп
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары асыла. Ошондай уҡ шатлыҡты яҡын арала Һикәяҙ ауылы халҡы ла кисерәсәк.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары асыла. Ошондай уҡ шатлыҡты яҡын арала Һикәяҙ ауылы халҡы ла кисерәсәк.
Быға тиклем Һикәяҙ ауылының фельдшер-акушерлыҡ пункты бер быуат элек, аныҡлап әйткәндә, 1917 йылда төҙөлгән, уңайлыҡтары булмаған бинала урынлашҡан була, шуға күрә былтыр ноябрь айында яңы пункт төҙөләсәге хаҡындағы хәбәрҙе ауыл халҡы ҙур ҡыуаныс менән ҡабул итә. ФАП Һикәяҙ, күрше ятҡан Семериковка һәм Победа ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә. Ошоғаса уларға шәфҡәт туташы Инна Теплых тәүге медицина ярҙамы күрһәткән. Әле ул икенсегә бәпес табыу өсөн оҙайлы ялға йыйына.
“Урыныма ҡалырға белгес бар, был йәһәттән проблема булмаясаҡ, – ти Инна Юрьевна. – Иҫке бинала хатта һыу ҙа булманы. Ә бында, күреүегеҙсә, бөтә шарттар бар, бүлмәләр яҡты. Рәхәтләнеп эшләргә генә ҡала”.
Һикәяҙ фельдшер-акушерлыҡ пункты 916 кешене, шул иҫәптән 18 йәшкәсә 230 баланы хеҙмәтләндерә, бер йәшкә тиклемге һигеҙ сабыйға айырым патронаж тәғәйенләнгән.
Бинаны монтажлау, ҡороу, электр менән тәьмин итеү өсөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан аҡса бүленһә, һыу һәм канализация селтәре үткәреү район хакимиәте иҫәбенә башҡарылған.
Заман талаптарына яуап биргән, яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған Һикәяҙ модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты һәр кемгә сифатлы медицина ярҙамы алыуға булышлыҡ итәсәк.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас:
Новости партнеров
Яу яланында ла икмәк бешерер Баймаҡ ҡыҙы
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.