Республикала бына дүртенсе йыл инде урындағы башланғыстарға нигеҙләнеп, инфраструктураны үҫтереү проекттарын һайлап алыу конкурстары бара. Баҡалылар һәр программала әүҙем ҡатнашырға тырыша. Ике йыл рәттән район “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында финалға сыҡҡан проекттар һаны буйынса республикала алдынғылыҡты тотто.
Ә былтыр ауыл биләмәләре буйынса 15 проекттың барыһы ла ғәмәлгә ашырылды — дөйөм финанслау күләме 11 миллион һум. Халыҡтың индергән өлөшө бер миллион һумдан ашты. Ауылда йәшәгәндәрҙе борсоған иң киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән “Аныҡ эштәр” һәм “Беҙҙең ауыл” программалары ла бик уңышлы тормошҡа ашырылды. Бөгөн инде улар иртәгәһен ҡайғыртып, төҙөкләндереү өсөн өр-яңы биләмәләрҙе һайлай, өйрәнә, эш төрҙәрен һәм күләмен билдәләй.
— Былтыр “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында бөтә 17 ауыл биләмәһе лә ҡатнашты, һыу менән тәьмин итеү системаһын, юлдарҙы ремонтлау, зыяраттарҙы кәртәләү, спорт һәм балалар майҙансыҡтарын төҙөү буйынса ҙур эштәр атҡарылды, — ти район хакимиәте башлығы урынбаҫары Юлай Зыязетдинов. — Үткән йыл “Беҙҙең ауыл” тигән пилот вариантты һынап ҡарарға булдыҡ. Урындағы хакимиәт, район бюджеты аҡсаһынан тыш, дөйөм сығымдың 20 процентын халыҡтан йыйып, ауылдарҙағы көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү ине маҡсатыбыҙ.
— Ә кешеләр йәнә бер проектты нисек ҡабул итте һуң? Йәмәғәт эшенә кеҫәнән аҡса сығарып биреү еңел түгелдер, ауылдарҙа өлкән йәштәгеләр ҙә етерлек...
— Беҙҙә халыҡ берҙәмлек менән көслө. Тәүҙә бөтәһен дә йыйып кәңәшләшәбеҙ, ниндәй объектты төҙөкләндерәһе, ҡайҙа юлдарҙы рәтләйһе бар, янғын хәүефһеҙлеге саралары етерлекме һ.б.
Быйыл 14 ауыл биләмәһе хакимиәте социаль әһәмиәтле эштәргә заявка бирҙе, шуларҙың унауы хуплау тапты. Ҡалғандарына ла көйәләнергә урын юҡ, киләһе йылда проектта йәнә ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Шулай итеп, ошо йылда 1 миллион 701 мең һумлыҡ эште бойомға ашырырға тейешбеҙ. Халыҡтан 301 мең һум, бағыусыларҙан 207 мең һум аҡса йыйылды.
Иҫке Маты ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Татьяна Кудряшова “Беҙҙең ауыл” проектының бик ҡулайлы булыуын, әллә күпме документтар йыйырға кәрәкмәүен, барыһы ла халыҡтың ризалығынан ғына тороуын билдәләне.
— “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы ярҙамында Яңы Матының Гоголь урамында йәшәгән кешеләр яңыраҡ юллы булды. Һаҙлыҡлы урында яҙлы-көҙлө ыҙа сиккән халыҡ хәҙер тынысланды, 700 мең һумға төшкән ҡырсын юлды төҙөүгә ҡушҡуллап риза булды, Нефтекаманан бағыусы ла ярҙам итте. Сығымдың күп өлөшөн республика, муниципалитет түләй бит.
“Беҙҙең ауыл” проектына ла өмөт ҙур. Быйыл, мәҫәлән, уның ярҙамында Ҡыҙыл Бүләктә зыяратты кәртәләнек. Иҫәп-хисап буйынса 100 мең һумлыҡ эш башҡарылды, халыҡтан 36 мең һум аҡса йыйылды. Өҫтәүенә эште ауылдаштар үҙҙәре башҡарғас, арзанға ла төшә. Халыҡ өмәләргә дәррәү сыға, ойошторорға ғына кәрәк.
Ауыл тормошон йәнләндереүҙә, көн ҡаҙағында торған социаль әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә халыҡ йыйындарының төп урынды биләүе көн кеүек асыҡ. Проектты һайлау һәм фекер алышыуҙарҙан һуң өр-яңы эштәргә юл һалына. Баҡалыларҙың “Беҙҙең ауыл” проекты республикабыҙҙың башҡа ауыл биләмәләре өсөн тәжрибә майҙансығы була алыр ине.