“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһына ярашлы республика ҡалаларында әүҙем эш дауам итә.
Дөйөм алғанда, “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында быйыл республикала 1,4 миллиард һумдан ашыу суммаға йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү планлаштырыла. Төбәгебеҙҙең 63 ҡала-районында атҡарыласаҡ был эш башланып тора.
Мәҫәлән, Октябрьскийҙағы “Геофизик” скверын төҙөкләндереү халыҡ тарафынан ҙур хуплау менән ҡабул ителгән. Был мәсьәлә былтыр күтәрелеп, эш төркөмө тарафынан ултырыштар үткәрелгән, 2018-2019 йылдарҙа яңыртылырға тейешле урындар рейтинг тауыш биреү ярҙамында һайлап алынған. Һөҙөмтәлә халыҡтың күпселеге “Ял” һәм “Геофизик” скверҙарына туҡталған.
Тәүгеһендә эш теүәлләнгән дә инде. Икенсеһен, “Геофизик”ты, капиталь ремонтлау буйынса проект ҡарарҙары иһә “Стройпроект” компанияһы белгестәре тарафынан эшләнгән. Дөйөм хаҡ – 13 миллион һум. Проектта биләмәне планировкалау, үҙәк аллеяны төҙөкләндереү, баҫҡыстарҙы ремонтлау, ваҡ таштарҙан йәйәүлеләр юлы, велосипедсылар өсөн асфальт юл һалыу ҡаралған.
Сквер үҙәгендә спорт һәм балалар майҙансыҡтары, туҡталҡа булдырыласаҡ, яҡтыртҡыстар ҡуйыласаҡ, биләмә тотошлай йәшелләндереләсәк. Өҫтәүенә уға инеү өсөн алты яҡтан юл асыла, дүртәүһе һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә тәғәйенләнәсәк.