Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Июль 2019, 12:41

Уҡытыусыларҙы яңы конкурс көтә

“Мәғариф” милли проекты күп яҡлы, ул тотош тармаҡтың үҫешенә, социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Уҡыусыларҙың ғына түгел, педагогтарҙың да мәнфәғәттәрен яҡлай.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
“Мәғариф” милли проекты күп яҡлы, ул тотош тармаҡтың үҫешенә, социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Уҡыусыларҙың ғына түгел, педагогтарҙың да мәнфәғәттәрен яҡлай.


Мәҫәлән, “Киләсәк уҡытыусыһы” федераль проекты ошо маҡсатты күҙ уңында тота.


Был проект, билдәле булыуынса, ил ҡаҙнаһынан субсидия биреүгә конкурстан башланды. Унда еңеп сыҡҡан 11 төбәккә 1 миллиард 300 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.


Республиканың Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо проектҡа ярашлы уҡыу йорттарына аттестация үткәреү тәртибенә федераль кимәлдә үҙгәреш индереләсәк.


“Киләсәк уҡытыусыһы” конкурсын киләһе йыл уҙғарыу планлаштырылған. Был йәһәттән проект етәксеһе М. Ракова менән республика мәғариф министры А. Хажин араһында килешеү төҙөлгән.

Читайте нас: