“Нимә вәғәҙә итәбеҙ – эшләйбеҙ. Әсәләр һөт кухнялары мәсьәләһен күтәргәйне, беҙ бөгөн Стәрлетамаҡта Өфөнән ҡала икенсеһен асыуға өлгәштек тә. Был эш "Демография" милли проекты бурыстарына ярашлы тормошҡа ашырылды.
Бында туҡланыу үҙенсәлекле, ул шул тиклем тәмле һәм файҙалы, шуға миңә уны рекламалауы ла оят түгел. Күреп торам ул балаларға ла, белгестәргә лә бик оҡшай. Мотлаҡ рәүештә артабан да һөт кухняларын үҫтерәсәкбеҙ. Йыл аҙағына тиклем улар Нефтекама, Белорет, Октябрьский һәм Сибай ҡалаларында асыласаҡ” – тип яҙып сыҡты Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Кисә республика етәксеһе Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре сиктәрендә, бында 1 июлдә асылған һөт фабрикаһы-кухняһында булды һәм тауарҙар менән танышты. Хәҙер уның аша Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Ишембай райондары, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалалары балаларына һөт, эремсек һәм кефир оҙатыласаҡ. Бының өсөн райондарҙа тауар ебәреү өсөн ете нөктә асылған. Пландар буйынса, оҙаҡламай һөт ризыҡтары Күмертауға һәм Ауырғазы районына ла ташыласаҡ.
31 декабргә тиклем ошондай уҡ етештереүҙе Октябрьский, Сибай, Нефтекама һәм Белоретта асырға йыйыналар. Улар сафҡа ингәс, тәбиғи һөт тауары менән 15,5 мең бала тәьмин ителәсәк.
– Ысынбарлыҡта беҙ элек Советтар Союзы заманында булған һөт кухняларын ҡайтарабыҙ. Был бик етди һәм ҙур эш. Тимәк, беҙ бәләкәй балаларҙың һаулығын нығытыу өсөн эшләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Был йүнәлештә махсус сайт эшләй, унда тауарға заказ ҡалдырырға һәм уңайлы нөктәнән барып алырға була. Килешеү төҙөгән саҡта баланың мәғлүмәттәре берҙәм базаға индерелә һәм уға үҙенсәлекле номер бирелә. Әйткәндәй, һөт кухняһы тауарҙарын һатып алырға ла мөмкин: яҡын арала был тауарҙарҙы эре сауҙа селтәрҙәренә ҡуясаҡтар.