Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Июль 2019, 11:53

Һикияҙҙа ниңә аяҙ?

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының бурыстарына ярашлы, республика ауылдарында медицина хеҙмәтен көсәйтеүгә йүнәлтелгән эҙмә-эҙлекле эш алып барыла.

Фото: health.bashkortostan.ru
Фото: health.bashkortostan.ru
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының бурыстарына ярашлы, республика ауылдарында медицина хеҙмәтен көсәйтеүгә йүнәлтелгән эҙмә-эҙлекле эш алып барыла.


Фельдшерҙарҙың белемен камиллаштырыу, уларҙы төрлө саралар аша һөҙөмтәлерәк эшләргә дәртләндереү, һаулыҡ һаҡлау учреждениеһының матди-техник хәлен хәстәрләү, хеҙмәтләндереү ысулдарын яҡшыртыу, киңәйтеү һ.б. – барыһы ла халыҡ мәнфәғәтен күҙ уңында тота.


Фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөү, был йәһәттән айырыуса төпкөл ауылдарға иғтибар биреү – тармаҡты үҫтереүҙең төп нигеҙҙәренең береһе. Миҫал өсөн, Дыуан районының Һикияҙ һәм Усть-Әйәҙ ауылдары күптән түгел яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктлы булды. Уларҙың береһе – Һикияҙ ауылындағыһы, кисә, 11 июлдә, тантаналы асылды.


Медицина учреждениеһының майҙаны – 65 квадрат метр, унда пациенттар һәм персонал өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Пункт тейешле медицина ҡорамалдары менән тулыһынса тәьмин ителгән: электрокардиограф, пульсоксиметр, дефибриллятор, глюкометр, стерилизатор, тонометр, гинекология креслоһы, дарыу препараттары өсөн һыуытҡыс һәм башҡа техника бар.


Һикияҙ фельдшер-акушерлыҡ пунктында беренсе медик-санитар ярҙамды 900-ҙән ашыу кеше аласаҡ, шул иҫәптән 230 бала.

Читайте нас: