Милли проекттарҙың тормошҡа ашырылыу барышы дәүләт етәкселеге тарафынан даими контролдә тотола.
Республиканың иҡтисади үҫеш министры вазифаһын башҡарыусы Лилиә Мәжитова кисә Мәскәүҙә “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проекттары, төбәк үҫеше программалары, Рәсәйҙең мөхит үҫеше стратегияһы мәсьәләләре буйынса үткәрелгән кәңәшмәлә ҡатнашты.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ” милли проектының әлеге торошо буйынса доклад менән Етештереүсәнлек һәм һөҙөмтәлелек департаменты директоры вазифаһын башҡарыусы Екатерина Хромова, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә компетенциялар федераль үҙәге” йәмғиәтенең генераль директоры Николай Соломон сығыш яһаны. Милли проектта ҡатнашыусы предприятиеларҙы дәртләндереү алымдары, уларға һалым ташламалары исемлеген киңәйтеү хаҡында фекер алышынды.
Кәңәшмәлә төбәктәрҙең социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләренә айырым иғтибар бүленде.