“Экспортлау ваҡыты” халыҡ-ара форумында республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов “Агросәнәғәт продукцияһы экспортының үҫеш мөмкинлектәре” тигән конференцияла сығыш яһаны.
Билдәле булыуынса, сара “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты бурыстарына ярашлы ойошторолдо.
“Беҙҙең башҡорт ерҙәренең уңдырышлылығы, заманса техника киләсәктә ауыл хужалығы продукцияһын бөгөн етештергәндән ике тапҡырға арттырыу мөмкинлеген бирә, – тине Илшат Илдус улы. –Был тиклем аҙыҡты ни эшләтәбеҙ тигән һорау тыуа. Игенде күберәк етештерһәк – баҙарҙа хаҡы кәмей, бал, һөт менән дә шундай уҡ хәл. Бынан сығыуҙың берҙән-бер юлы – экспорт.
Бөгөн республикала 27 бәләкәй һәм урта, эре эшҡыуарлыҡ предприятиеһы тауарын экспортҡа оҙата. Йыл аҙағына был һан 100-ҙән артыр тип көтөлә. Сит ил баҙарына киптерелгән һөт, көнбағыш һәм рапс майы, боланут сәйе лә тәҡдим ителә. Йәнә аграр эшҡыуарлыҡта Ҡаҙағстанға, Үзбәкстанға, Ҡырғыҙстанға башмаҡтар һатыласаҡ.