Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Июль 2019, 05:32

Башҡортостан компаниялары саҡырыла

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты бурыстарына ярашлы, быйыл ноябрҙә Австрияла Башҡортостандың эшлекле презентацияһын үткәреү планлаштырыла.

Фото: pravitelstvorb.ru
Фото: pravitelstvorb.ru
“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты бурыстарына ярашлы, быйыл ноябрҙә Австрияла Башҡортостандың эшлекле презентацияһын үткәреү планлаштырыла.


Республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, сарала төбәгебеҙҙең экспорт һәм инвестиция мөмкинлектәре тулыһынса күрһәтеләсәк, шуға рәсми делегация составында барыу өсөн урындағы компаниялар саҡырыла.


Ҡатнашырға теләйһең, шулай уҡ Австрияның эшлекле вәкилдәре менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса аныҡ тәҡдимдәрең бар икән, 31 июлгә тиклем хәбәр итергә кәрәк. Бәйләнеш сығанаҡтары: +7(347)2808718, [email protected].


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, июнь уртаһында Австрияла Башҡортостан көндәре үтте. Әле Венала республикабыҙ вәкиллеге эшләй.

Читайте нас: