Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Июль 2019, 05:54

Йәш быуындың һаулығын хәстәрләп

Төбәгебеҙҙә быйыл 17 йәшкә тиклемге балаларға диспансер күҙәтеүе үткәреү кимәлен 75 процентҡа тиклем күтәреү ҡаралған. Был эш “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Фото: pubex.pro
Төбәгебеҙҙә быйыл 17 йәшкә тиклемге балаларға диспансер күҙәтеүе үткәреү кимәлен 75 процентҡа тиклем күтәреү ҡаралған. Был эш “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.


“Һигеҙ балалар поликлиникаһы 92н бойороғона (балаларға беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеүҙе ойоштороу тураһында положение) тулыһынса ярашлы буласаҡ. Шулай уҡ Дүртөйлө, Туймазы ҡалаларында яңы балалар поликлиникалары сафҡа инә”, – тине республика һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин Дәүләт Думаһы комитетының эш төркөмө ултырышында.


Ведомство етәксеһе һүҙҙәренсә, милли проектҡа ярашлы, төбәктәге 18 медицина ойошмаһында ремонт тамамланған, быйыл Республика балалар клиник дауаханаһына реконструкция уҙғарыу планлаштырылған. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан быйыл 336 миллион һумға 20-нән ашыу төр медицина ҡорамалы алынасаҡ.


Билдәле булыуынса, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты хеҙмәт йәшендәгеләр араһында үлем күрһәткесен аҙайтыу, беренсел медик-санитар ярҙам күрһәткән медицина учреждениеларында кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөү, граждандарға кәмендә йылына бер тапҡыр иҫкәртеү медицина тикшереүе уҙғарыу бурыстарын ҡуйҙы. 2019 – 2024 йылдарҙа был эште тормошҡа ашырыуға 1,7 триллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү ҡаралған.