Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Республика Хөкүмәтендә үткәргән оператив кәңәшмәлә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысын хуплау” милли проектын тормошҡа ашырыу барышын тикшерҙе.
Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Рима Бойцова әйтеүенсә, ағымдағы йылдың тәүге яртыһында төбәктә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны бермә-бер артҡан: былтыр 959 булһа, быйыл – 4078. Бигерәк тә әүҙем эшҡыуарҙар Иглин, Туймазы, Мәләүез, Өфө райондарында, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларында күп.
– Иң ҙур үҫеш күрһәткесен баш ҡала бирҙе: яңы ойошторолған бәләкәй предприятиелар, шәхси эшҡыуарҙар һаны Өфөлә юғарыраҡ. Һандарға килгәндә, йыл башынан ике меңләп бәләкәй бизнес субъекты теркәлгән. Был иҡтисади үҫештең барлыҡ тармаҡтарында ла тигеҙ үҫеште күрһәтә, – ти Р. Бойцова.
Өфөләге уңышты Радий Хәбиров та билдәләп үтте, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү өсөн ыңғай мөхит булдыра белеүҙәре маҡтауға лайыҡ, тине.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын акселерациялау”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына финанс ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген киңәйтеү” төбәк проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн 422,5 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Башҡортостан микрофинанс компанияһының капиталы 100 миллион һумға арттырылған.
Радий Хәбиров профилле министрлыҡтарға һәм ведомстволарға аҙна һайын үткәрелә килгән эшҡыуарлыҡ сәғәттәрен анализлап, уларҙы һөҙөмтәлерәк итергә саҡырҙы. Шулай уҡ район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫарҙарын билдәләүҙе лә тиҙләтергә кәрәклекте белдерҙе. Радий Фәрит улы фекеренсә, был кеше бизнес-мөхит менән яҡшы таныш һәм фекерҙәш булырға тейеш.
Кәңәшмәлә шулай уҡ “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу” төбәк проектын да тикшерҙеләр. Уның нигеҙендә “Һин – эшҡыуар” федераль программаһы ята. Башҡортостан йүнселдәре сарала йыл һайын ҡатнашып, унда алдынғылар рәтендә килә.