Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Август 2019, 18:41

Һанлы иҡтисад – йәшәү рәүеше ул

Һанлы иҡтисад – айырым өлкә түгел, ғәмәлдә йәшәү рәүеше ул.

zen.yandex.ru
zen.yandex.ru
“Рәсәйҙең һанлы иҡтисады” милли проектының “Һанлы мөхитте норматив көйләү” федераль проекты паспорты ғәмәлдә ҡулланыла башланы.


Уның маҡсаты – һанлы иҡтисадты хоҡуҡи көйләү системаһын булдырыу, ошо тармаҡтағы технологиялар базаһында граждандар өсөн уңайлы әйләнеш булдырыу.
Федераль проект паспортында милли проекттың тормошҡа ашырылыу ваҡыты, бурыстар исемлеге, өлгәшелергә тейешле һөҙөмтәләр, тәғәйен йылдарҙа финанс тәьминәтенең күләме һәм башҡа мәғлүмәттәр. күрһәтелгән.


Һанлы иҡтисадты формалаштырыу – Рәсәйҙең милли хәүефһеҙлек нигеҙе. Был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин Стратегик үҫеш һәм өҫтөнлөклө проекттар буйынса совет ултырышында ла белдергәйне.


“Һанлы иҡтисад - айырым өлкә түгел, ғәмәлдә йәшәү рәүеше, дәүләт идараһын, иҡтисадты, эшҡыуарлыҡты, социаль тармаҡты, тотош йәмғиәтте үҫтереү өсөн яңы нигеҙ, – тине Владимир Путин. – Һанлы иҡтисад булдырыу – Рәсәйҙең милли хәүефһеҙлеген һәм бойондороҡһоҙлоғон, Ватан компанияларының конкурентлыҡҡа һәләтлелеген тәьмин итеү ул”.



Читайте нас: