Быйылдан Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ингән һигеҙ федераль проект тормошҡа ашырыла. Шуларҙың береһе “Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш” төбәк программаһына ярашлы, Өфөнөң 13-сө дауаханаһы ике өр-яңы портатив ультратауыш аппараты алды.
Дауахананың баш табибы Эльза Сыртланова әйтеүенсә, универсаль сканер сирле кешене урынынан ҡуҙғатмайынса ультратауыш тикшереүе үткәреү мөмкинлеген бирә. Аппарат ярҙамында эске ағзаларҙы ҡарарға, эхокардиография яһарға, ҡан тамырҙарын сканерларға була. Яңы технология ауыр хәлле пациенттарҙы ентекле тикшерергә ярҙам итә. Сканерҙы төпкөл ауылдарҙа, табиптарҙың күсмә эшендә лә ҡулланырға мөмкин.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Фото: дауахананың “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһенән.