Төбәгебеҙ биләмәһендә М-7 федераль трассаһы участкаһы реконструкциялана. Был эш “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров әлеге вазифаһында эш башлағандың тәүге көндәрендә үк юлдарҙың торошона иғтибар итеп, уларҙы төҙөкләндереүҙең тәүге бурыстарҙың береһе икәнен билдәләне. “Был – именлектең, яҡшы йәшәү шарттарының төп нигеҙе”, – тине төбәк етәксеһе.
Ошо күрһәтмәләргә ярашлы, һәр кимәлдәге – федераль, республика, район-ҡала – юлдарында төрлө яҡлы төҙөкләндереү эштәре башланды һәм дауам итә. Мәҫәлән, соҡорҙарҙы ямап бөтөү йәһәтенән ваҡыт билдәләнеп, аныҡ бурыс ҡуйылғайны, ул уңышлы тормошҡа ашырылды. Был эш халыҡ тарафынан ҙур хуплау алды. “Юл эксперты” ҡушымтаһы булдырылып, уның аша кешеләр үҙҙәрендәге юл торошо хаҡында белдереү, һөҙөмтәлә проблемаларҙы яйға һалыу мөмкинлеген алды.
Эш дауам итә. Төбәк биләмәһендә М-7 федераль трассаһы участкаһын реконструкциялау иһә ҙур тығындар ваҡытында транспорт үтеү мөмкинлеген ике тапҡырға арттырыласаҡ. Тәүлегенә 15,5 меңгә тиклем автомобиль уҙа аласаҡ. Дүртөйлө һәм Кушнаренко райондары биләмәләрендә дүрт һыҙат барлыҡҡа киләсәк.
Тәүге участкала эш быйыл башлана, икенсеһендә – ике йылдан. Реконструкцияланасаҡ өлөштөң дөйөм оҙонлоғо – 38,6 саҡрым. Сығымдар 12,9 миллиард һум тип баһалана. Проектта ҡаралғанса, был арала биш күпер төҙөләсәк, шулай уҡ автомобилистарға ваҡытлыса туҡталыу өсөн дүрт майҙансыҡ, 16 автобус туҡталышы булдырыласаҡ.
Билдәле булыуынса, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты юл селтәрен яҡшы хәлгә килтереп, юл-транспорт ваҡиғалары ҡурҡынысын кәметеүгә йүнәлтелгән. Милли проект халыҡтың именлеген, хәүефһеҙлеген һаҡлауға үҙ өлөшөн индерергә тейеш.