Башҡортостан
+2 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Милли проекттар
25 Август 2019, 15:31
Пилот проекты ниндәй һөҙөмтә бирер?
Башҡортостандың ҡайһы бер Күп функциялы үҙәктәрендә хеҙмәттәрҙе электрон формала күрһәтеү буйынса пилот проекты тормошҡа ашырыла башлаған.
Фото: allufa.ru
Башҡортостандың ҡайһы бер Күп функциялы үҙәктәрендә хеҙмәттәрҙе электрон формала күрһәтеү буйынса пилот проекты тормошҡа ашырыла башлаған.
Мөрәжәғәт итеүселәр Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталы эше буйынса офис хеҙмәткәрҙәренә консультация һорап мөрәжәғәт итә ала. Әгәр ҙә мөрәжәғәт итеүсенең порталда иҫәп яҙмаһы юҡ икән, уны Күп функциялы үҙәктә булдырыу мөмкинлеге бар.
Әлегә яңы проект Өфөләге “Новомостовая” һәм “Аркада” операция залдарында, Күмертау, Ишембай ҡалаларындағы филиалдарҙа тормошҡа ашырыла. Сара 31 декабргә тиклем дауам итәсәк, уның һөҙөмтәләре буйынса Күп функциялы үҙәктәрҙә электрон хеҙмәт күрһәтеүҙе артабан дауам итеү кәрәкме-юҡмы икәнлеге, барлыҡ Күп функциялы үҙәктәрҙә ҡулланыу фарызлығы хәл ителәсәк.
Проект дәүләт идаралығын һанлы форматҡа күсереү менән бәйле, ул “Һанлы иҡтисад” милли проектына ярашлы башҡарыла.
#национальныепроекты
;
#нацпроекты
;
#региональныепроекты
;
#регпроекты
;
#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас:
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять