Уның сифаты беҙҙең йәшәү кимәленә лә йоғонто яһай.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенең күптән түгел булып үткән кәңәшмәһендә юлдарҙың сифаты мәсьәләһенә лә байтаҡ ваҡытын бүлде һәм район-ҡала хакимиәттәре башлыҡтарына, ведомство етәкселәренә лә был проблемаға иғтибарҙы кәметмәҫкә ҡушты. Рәсәй һәм беҙҙең төбәк юлдарының торошона бөгөн ниндәй баһа бирергә мөмкин, уларҙы артабан яҡшыртыу буйынса ниндәй тәғәйен саралар күрелә?
Кемдәр юлда бесән үҫтерә?
– Һеҙ унда әллә бесән үҫтерергә йыйынаһығыҙмы? Тимәк, аҙналар буйы сабылмай! Әгәр ҙә мин үтеп барғанда күреп ҡалмаһам, артабан да шулай ултырыр инеме? – Радий Фәрит улының Өфөнөң Дим биҫтәһендәге асфальт юл өҫтөнә үлән баҫа башлауына ҡарата әйткән был һүҙҙәре бөтә интернет селтәрен урап сыҡты шикелле. Ысынлап та, хатта Өфөнө район үҙәктәре менән тоташтырған юлдарҙан үткәндә лә ҡайһы бер урындарҙа “Юлды бер ойошма ла күҙәтеп-таҙартып тормаймы икән әллә?..” тигән фекер ҡала. Райондың эске юлдары тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Радий Фәрит улы Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәновҡа юлды даими таҙартып тороу кәрәклеген тағы бер тапҡыр иҫенә төшөрҙө. Республика етәксеһе шулай уҡ Контроль идаралығының эшмәкәрлеген дә көсәйтергә ҡушты.
– Улар аҙна һайын сығып йөрөргә тейеш, – тине ул. – Контроль идаралығы хеҙмәткәрҙәренең һанын арттырырға, машина бүлергә кәрәк. Райондар буйлап йөрөһөндәр, ҡайҙа хәлдәр нисек икәнен тикшереп торһондар. Юлдағы барьер буйында үлән үҫеп ултырғанын бер ҡайҙа ла күргәнем булманы!
Республикабыҙ етәксеһенең юл сифатына даими иғтибар биреүенә, етешһеҙлектәрҙе төҙәтергә мәжбүр итеүенә өйрәнеп тә бөткәнбеҙ инде. Мәҫәлән, уның еүеш асфальтҡа битум һәм гудрон һалыуҙы тыйыуы, һауа температураһы ныҡ түбән төшкәндә лә быны эшләргә ярамауы тураһындағы иҫкәртеүе шулай уҡ барлыҡ матбуғат сараларында хәбәр ителде. Ысынлап та, “фәләнсә километр юл түшәнек” тип отчет өсөн генә төҙөлөш алып барыу кемгә кәрәк? Шуғалыр ҙа яҙ һайын яңы юлда соҡорҙар барлыҡҡа килә, тәгәрмәс эҙенең ярылып ятыуы йөрөргә ҡамасаулай...
Өс йылда – өс миллиард һум!
Был хәл Өфө – Аэропорт юлында ла йыш күҙәтелә. Көн һайын ошонан эшкә йөрөгән кеше булараҡ әйтәм: был юлдың бер ҡасан да ҡәнәғәтләнерлек булғаны юҡ! Соҡор-саҡырҙарҙы ямап-ҡоршап бөтөүгә тәгәрмәс эҙе ҡалған юлдар тәрәнәйә башлай, хәрәкәт өсөн соҡорҙарҙан да хәүефлерәк хәл тыуа, уларын тигеҙләү өсөн асфальт япмаһын тағы һыҙыра башлайҙар, тағы автомобилдәр өсөн тығын барлыҡҡа килә... Ошо арауыҡтағы ремонттарҙың һуңғыһы быйыл июлдә генә тамамланды, шунан тағы бер ай самаһы юл тамғалары булмай торҙо, уныһы ла юҡтан уйлап табылмаған бит – хәрәкәт хәүефһеҙлеге өсөн мотлаҡ кәрәк.
Ошо трассала йыл һайын шулай ремонтлап тороу (ә ҡайһы бер йылдарҙа был эш йәй буйы бара) өсөн ҡаҙнаның нисә миллиардлап һум аҡсаһы киткәндер – тулы мәғлүмәт бер ҡайҙа ла күренмәй.
– Был юл идеаль тәртиптә булырға тейеш, ул бит баш ҡаланың визит карточкаһы! – тине Радий Фәрит улы, дәүләт комитеты рәйесенә мөрәжәғәт итеп.
Республиканы икегә бүлеп көнбайыштан көнсығышҡа үткән М-5 трассаһы – автомобиль хәрәкәтенең иң көслө урындарының береһе, сөнки ғәйәт ҙур дәүләттең көнбайыш өлөшө көнсығышы менән ошо юл буйлап аралаша, шуға күрә лә уны ремонтлап тороу өсөн ҙур сумма бүленеүе ғәжәп тә түгел һымаҡ. Ләкин уның күләме ошондай хужалыҡ эштәрендә тәжрибәһе аҙ булмаған Радий Хәбировты ла ғәжәпләндерҙе:
– Был трассаны тәртиптә тотоу өсөн өс йылда өс миллиард һум бүленгән! – тине ул. – Кешеләргә шулай тип әйтә башлаһам, “Нисек инде ул?!” тип аптыраясаҡтар. Шул уҡ ваҡытта юлды айырыусы барьер тирәләй ваҡ таш, ҡом ятҡанын һәр саҡ күрәһең, тимәк, таҙартмайһығыҙ. Ә был иһә беҙҙең аҡсаны урлайҙар тигән һүҙ! Ишетәһегеҙме мине?
Был төҙөлөштә урлашыу ысулдары
Түбәндә яҙылғандар мотлаҡ ошо дәүләт комитетына һәм уға буйһонған ойошмаларға, беҙҙең республикалағы төҙөлөш ойошмаларына ҡағыла тигәнде аңлатмай. Әммә юл төҙөлөшө буйынса тиҫтәләрсә йыллыҡ тәжрибәне һәм бөтә технологияны белгән эксперттар был тармаҡтағы урлашыуҙың ошо ысулдары барлығын раҫлай:
1. Үлсәгәндә алдашыу. Юл “бәлеше” бер нисә ҡатламдан тора: ҡом, ваҡ таш, ҡырсынташ, битум һәм асфальт. Әгәр ҙә, әйтәйек, ҡырсынташ ҡатламын 10 сантиметрға ғына кәметкәндә лә, һәр яңы километр юл бурҙарға бер нисәшәр йөҙ мең һумды янда ҡалдырыу форсатын бирә икән. Асфальт ҡатламының ҡалынлығын үҙ белдегеңә үҙгәртеү ҙә элекке замандарҙан билдәле.
2. Хаҡтар менән манипуляция. Эштең нисек барыуына юл һалыу процесында туранан-тура контроль юҡ, был иһә механизмдар менән ҡул эше араһындағы алдашыуға шарттар тыуҙыра. Мәҫәлән, магистраль төҙөгәндә экскаватор траншеяны өс сәғәт ҡаҙа ти, ә документта уны биш кешенән торған бригада ике көн буйы ҡаҙыны, тип күрһәтергә була.
3. Ниндәй сорт булыуын йәшереү. Технология буйынса ниндәй материалды файҙаланырға кәрәк икәнлеген контроль ойошмаһы аныҡ белә, ә бына эш барышында ниндәйе ҡулланылыуы подряд ойошмаһына ғына мәғлүм. Лаборатория тикшереүе өсөн асфальттың ҡайһы урынын тишеп ҡарарға йәки ҡайҙан өлгө алырға икәнен дә контролерға ошо төҙөүселәр күрһәтә, сөнки тап ошо фирманың ҡайҙа һәм нисә километр түшәгәнен контроль ойошма хеҙмәткәре нисек белһен...
4. Мистика. Подрядсы бер нисә фирманы теркәй һәм улар эштә субподрядсы булып ҡатнаша. Тәбиғи, юл түшәүҙәге ҡайһы бер эштәрҙе ҡыйбатыраҡ хаҡҡа башҡара. Ғәмәлдә был фирмалар ҡағыҙҙа ғына бар, тимәк, подрядсы күберәк сумманы ҡайырып ала. Төҙөлөш тарихында ундай подрядсыларҙың тиҫтәләгән миллион һумды “сығарыуы” ла билдәле.
5. “Аҡыллы” проектлау. Теләһә ниндәй эштең проекттан йәки техник заданиенан башланыуы һәр кемгә мәғлүм. Йылғыр түрәләр һәм подрядсылар өсөн бында хәйлә ҡороу мөмкинлектәре бихисап. Юлды көҙгө кеүек шыма итеп һалыу мөмкин түгел, ҡыйыш-мыйыш урындар күп буласаҡ. Контроль ойошмаһының проекттан ситләшеү бармы-юҡмы икәнлеген билдәләүе йәки ҡабул итеү документына һис һүҙһеҙ ҡул ҡуйыуы ришүәт күләменә бәйле.
Бөтә донъя иҡтисад форумы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәй юлдарҙың сифаты буйынса 142 ил араһында 130-сы урында килә. Ә бит, бер ҡараһаң, юл һалыу һәм уларҙы тәртипкә килтереү буйынса күпме эш башҡарыла. Шулай ҙа Ангола, Ҡырғыҙстан, Тажикстан кеүек дәүләттәрҙә лә юл беҙҙәгенән һәйбәтерәк икән.
Рәсәй юлдарына төп дәғүәләр – уларҙа тәрән эҙҙәр барлыҡҡа килеүе һәм соҡорҙарҙың йыш осрауы. Күпселек дәғүәләр ошо ике бәләгә ҡайтып ҡала. Асфальт емерелә башлағанда ярыҡтар һәм һай соҡорҙар барлыҡҡа килә. Шулай ҙа, хәрәкәткә ҡамасаулаһа ла, уныһы төп ҡурҡыныс түгел әле. Әммә нигеҙ урынынан ҡуҙғалһа, ҡырсынташ ҡом араһына инә башлай, уныһы тупраҡҡа бутала, шул саҡта инде тәрәнлеге тиҫтәләп сантиметрға еткән колея барлыҡҡа килә. Быныһы үҙ сиратында ҙур тиҙлектә килгән машинаның тәгәрмәстәрен кинәт бороп ебәрергә һәләтле, хәлдең етди авария менән тамамланыуы ла ихтимал.
IV Бөтә Рәсәй ҡала төҙөлөшө форумында Мәскәү материалдарҙы өйрәнеү һәм йоғонтоло технологиялар институтының генераль директоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Марсель Бикбау шулай тигәйне:
– Рәсәйҙең АҠШ һәм Ҡытай кеүек шундай уҡ ҙур майҙанлы дәүләттәрҙең транспорт системалары күрһәткестәрен сағыштырып ҡарау, беренсенән, беҙҙең илдә һәм Ҡытайҙа автомобиль һәм тимер юлдарҙың оҙонлоғо күпкә ҡайтыш булыуын күрһәтһә, икенсенән, ә был – иң мөһиме, Рәсәйҙә яңы юлдар һалыу күләме бик аҙ булыуына инандыра, хатта Ҡытай менән сағыштырғанда ла. Мәҫәлән, АҠШ-та автомобиль юлдарының оҙонлоғо – 6 733 024 километр, Ҡытайҙа – 4 859 500, Рәсәйҙә 1 507 750 километр. Шул уҡ ваҡытта былтыр Ҡытайҙа 47 мең километр автомобиль юлы һалынһа, Рәсәйҙә был күрһәткес 495 километр ғына тәшкил итә. Был төҙөлөш тармағы етәкселәренең һәм ғалимдарының электән үк технологияны заманса һайлай белмәүенә ҡайтып ҡала.
Яңы юл һалыу менән бергә элегерәк булғанын ремонтлау ҙа туҡтамаясаҡ, әлбиттә. “Башҡорт ихаталары” программаһы күп ҡатлы йорттар алдын тәртипкә килтереү, төҙөкләндереү, матурайтыу һәм уңайлыҡтар тыуҙырыуҙы күҙ уңында тотһа, ундағы асфальт япмаһының тейешле кимәлдә булыуы – юл хужалығының эше.
Хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡалабыҙҙа юл селтәрен, шул иҫәптән ихаталағы асфальтты тәртипкә килтереү өсөн быйылға ғына ла бер миллиард һум аҡса бүленгән. Өфөгә лә, халҡы миллион кешенән артҡан бүтән ҡалаларға ла был сумманы федераль ҡаҙнанан бирәләр. Былтырғы йыл аҙағында баш ҡалабыҙҙа үткәрелгән әлеге төҙөлөш форумында Өфөлә һуңғы биш йылда меңдән ашыу ихатала яңы асфальт түшәлеүе тураһында ла әйтелгәйне, ләкин был – төҙөкләндереүгә мохтаж булған йорт яны участкаларының сирек өлөшө генә.
Был мәсьәлә – милли проект дәрәжәһендә
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты Башҡортостанда ла уңышлы тормошҡа ашырыла. Уның нигеҙендә республикала Юл эшмәкәрлеге программаһы буйынса проект әҙерләнде. Ул ҡайҙа һәм ниндәй объекттар төҙөләсәген күҙ уңында тота. Программаның проекты “Росавтодор”ҙың махсус комиссияһы тарафынан раҫланды ла инде. Объекттар Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалаларын һәм Өфө, Благовещен, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә, Кушнаренко райондарын, йәғни республиканың үҙәк өлөшөн үҙ эсенә ала. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты былтыр декабрҙә республика халҡының ошо проектты асыҡ тикшереүҙә ҡатнашыуын да ойошторғайны.
Юл һалыу – стратегик әһәмиәтле бурыс. Ҡасандыр Өфөнөң Карл Маркс урамындағы “Башавтотранс” идаралығына ингән урында “Юлдар – иҡтисадтың двигателе ул” тигән яҙыу тора ине. Был ыңғайҙа заманында күренекле шағир Роберт Рождественский яҙып ҡалдырған юлдар ҙа иҫкә төшә: “Коммунизм – ул Совет власы плюс юлдар!” Шуға күрә уны теләһә нисек һала алмайҙар, ә алдан уйланылған планға нигеҙләнеп башҡаралар.