Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Сентябрь 2019, 22:07

"Башинформсвязь" ярҙамға килә

"Башинформсвязь" компанияһы республикала юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өлкәһендә ҙур һанлы проектты тормошҡа ашыра. Был эш Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектына ярашлы атҡарыла.

Фото "Башинформ"дан.
Фото "Башинформ"дан.
"Башинформсвязь" компанияһы республикала юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өлкәһендә ҙур һанлы проектты тормошҡа ашыра. Был эш Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектына ярашлы атҡарыла.

Билдәле булыуынса, төбәк етәксеһе Радий Хәбиров әлеге вазифаһында эш башлауының тәүге көндәрендә үк юлдар торошона иғтибар бүлеп, ошо тармаҡ үҫешен айырым контролгә алыу мөһимлеген билдәләне. Һөҙөмтәлә бер нисә ай эсендә генә республика ғына түгел, район кимәлендәге юлдарҙа ла тәртип урынлаштырыла башланы. Был эштә халыҡ үҙе яҡындан ҡатнашты. "Юл эксперты" мобиль ҡушымтаһын булдырыу ғына ла күп нәмә хаҡында һөйләй.

"Башинформсвязь" компанияһы был эшкә үҙ сиратында өлөш индереп, төбәктең 62 муниципалитетындағы хәүефле һаналған юл участкаларына фотоға һәм видеоға теркәп бара торған 609 автоматик комплекс ҡуясаҡ. Был система хоҡуҡ һаҡлау органдарына юлдарҙағы хәлдәрҙе контролдә тотоу мөмкинлеген бирәсәк. Автомобилдәрҙең тиҙлек режимын күҙәтеүҙән тыш, ситтән үткән велосипедсыларҙы, йәйәүлеләрҙе, трамвай юлдарын һ.б. ҡарау дөйөм хәлгә аныҡ баһа бирергә ярҙам итәсәк.

"Башинформсвязь" йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Алферов һүҙҙәренсә, республика юлдарында ошондай тәүге комплекстар ағымдағы йылдың 1 декабренә тиклем ҡуйыласаҡ. Система тулы ҡеүәтенә 2020 йылдың икенсе кварталында эшләй башлаясаҡ.


#национальныепроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: