Милли проекттар
6 Сентября 2019, 08:45

Туған телде өйрәнеү өсөн барыһы ла эшләнә

Татарстан Республикаһында Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре үтте. Уның сиктәрендә уҙғарылған саралар, осрашыуҙар шунда йәшәгән милләттәштәребеҙ хәтерендә айырыуса уйылып ҡаласаҡ – эш барышында мөһим мәсьәләләр ҙә хәл ителде.

Күрше төбәктә башҡорт төркөмдәре һәм башҡорт кластары асыла.


Татарстан Республикаһында Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре үтте. Уның сиктәрендә уҙғарылған саралар, осрашыуҙар шунда йәшәгән милләттәштәребеҙ хәтерендә айырыуса уйылып ҡаласаҡ – эш барышында мөһим мәсьәләләр ҙә хәл ителде.


Ҡунаҡсыллыҡ – борондан килгән йола


Башҡортостан делегацияһы Яр Саллы ҡалаһында мәғариф буйынса август кәңәшмәһендә ҡатнашты, Татарстан Мәғариф министрлығы, ҡала хакимиәте һәм уҡытыусылар менән осрашыуҙар үткәрҙе, туған телдәрҙе уҡытыу буйынса тәжрибә уртаҡлашты.


Артабан уларҙы Яр Саллы Халыҡтар дуҫлығы йорто, урындағы “Шоңҡар” башҡорт ойошмаһы ҡаршы алды. Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айбулат Хажин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Татарстан мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Илсур Хәҙиуллин, Яр Саллы ҡалаһының вице-мэры Рәмил Хәлимов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты янындағы Ата-әсәләр комисси­яһы ағзалары, “Тамыр” балалар вокаль ансамбле һәм телеканалы вәкилдәре “Гөлнәзирә” фольклор коллективы әҙерләгән йыр-моңдан һәм милли ризығыбыҙ бауырһаҡтан ауыҙ итте.


“Үҙ телеңдә рәхәтләнеп эшләргә ине”


Төп сара – күрше республикала йәшәгән милләттәш ата-әсәләр менән балалар баҡсаһында башҡорт төркөмдәре, мәктәптәрҙә башҡорт кластары асыу тураһында һөйләшеү башланыр алдынан Рая Шәрипова исемле ханым менән танышырға насип булды. Ул бына инде 42 йыл Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында йәшәй. 35 йыл балалар баҡсаһында татар, рус төркөмдәре тәрбиәсеһе булып эшләгән Рая Ғаззал ҡыҙына көтмәгәндә бәхет йылмая: 74-се ҡала балалар баҡса­һында “Айһылыу” башҡорт төркөмө асыла.


“Башҡорт төркөмөндә тәрбиәсе булып биш йыл эшләргә насип булды. Балаларҙың ҡайһы берҙәре башҡортса белмәй ине. Баҡса ваҡыты үтеүгә, һәр береһе телде өйрәнде. Яңы йыл, Әсә көнө кеүек байрамдар башҡортса ғына ойошторолдо. Унан тыш, милли байрамдарҙы даими үткәреп килдек, “Ҡарға бутҡаһы”, исем ҡушыу, Ҡаҙ өмәһе кеүек йолаларҙы уҙғарғанда урындағы “Шоңҡар” башҡорт ойошмаһы һәм уның етәксеһе Рәмилә Йосопова ярҙам итте. Түбәнге Кама ҡалаһы башҡорттары ойошмаһы рәйесе Ғәли Хәсәнов ҡурай, ҡумыҙ кеүек милли уйын ҡоралдары менән тәьмин итте, балаларға уйнау серҙәрен төшөндөрҙө”, – тине Рая ханым.


Ул тәрбиәләгән кескәйҙәр, әлеге ваҡытта башланғыс кластарҙа белем алыуына ҡарамаҫтан, һаман онотмай, килеп хәл белешеп тора икән. Хатта WhatsAрр-та әңгәмә майҙансығы ла төҙөгәндәр.


“Балалар баҡсаларында ҡайтанан башҡорт төркөмдәре асырға йыйын­һалар, хәлемдән килгәнсә ярҙам итергә әҙермен”, – тине Рая Ғаззал ҡыҙы, һүҙен йомғаҡлап.


Бер аҙ алға китеп шуны әйтер кәрәк: һөйләшеү барышында “Хәҙер балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө асһаҡ, тәрбиәсе булып барырға ризаһығыҙмы?” тигән һорауға Рая Шәрипова: “Әлбиттә!” – тип яуапланы. Күптән хаҡлы ялда булған апайҙың эшләргә ашҡынып тороуы уның “Үҙ телеңдә рәхәтләнеп эшләргә ине” тигән теләгенән киләлер...


Ата-әсәнең теләге генә булһын


– Һәр кемдең туған телен, мәҙәниәтен, тарихын өйрәнергә тулы хоҡуғы бар. – Ошо һүҙҙәр менән асты һөйләшеүҙе Яр Саллы ҡалаһының вице-мэры Рәмил Хәлимов. – Беҙҙең теләк – башҡорт телен Татарстанда өйрәнеү мөмкинлектәрен булдырыу. Ошо йәһәттән ҡасандыр ябылған башҡорт төркөмдәрен һәм кластарын тергеҙеү өҫтөндә эш башланасаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың үҙ эшен туҡтатыуы – беҙҙең ғәйеп. Шуныһы ҡыуаныслы: Башҡортостан менән Татарстан араһында был уңайҙан килешеү төҙөлдө, ике республика ла балаларҙы туған телдәрендә уҡытыу өсөн барыһына ла әҙер.

Артабан һүҙҙе Башҡортостан мәға­риф министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айбулат Хажин алды.


– Йәшерен-батырыны юҡ, 2017 йыл мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләһенә яңы һулыш индерҙе, еңел булмаған мәлдәр, үҙгәрештәр булды. Әле хәл тамырынан үҙгәрҙе: ата-әсәләр хәҙер үҙ балаларының туған телен предмет булараҡ өйрәнеүе файҙаға икәнен яҡшы аңлай. Телде юғалтабыҙ икән – мәҙәниәтебеҙ ҙә юғаласаҡ, шуға күрә был йәһәттән күп эш башҡарыла, ата-әсәләр араһында ентекле һөйләшеү алып барыла. Балаларының башҡорт телен өйрәнеүен һорап ғариза яҙған ата-әсәләрҙең һаны артты. Был проблеманы төбөнә төшөп аңлау һәм шәхси яуаплылыҡты ғына түгел, милләт алдында ла үҙ бурысыңды тойоу хаҡында һөйләй. Бөгөн Татарстан Республи­каһының мәғариф министры менән һөйләшеү булды, бында башҡорт теле дәрестәрен уҡытыу мәсьәләһе уңышлы хәл ителәсәк, – тине ул.


Татарстан мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Илсур Хәҙиуллин тәү сиратта татар менән башҡорттоң ҡәрҙәш халыҡтар булыуын телгә алды. “Туған телгә һөйөү, уны өйрәнеү балалар баҡсаһынан уҡ башланырға тейеш”, – тине ул.

– Был йәһәттән эштәр атҡарыла башланы. Улар Яр Саллынан старт алһа, тиҙҙән Ҡазан баҡсаларында – башҡорт төркөмдәре, мәктәптәрҙә башҡорт кластары асыуға тиклем барып етер, сөнки баш ҡалабыҙҙа ла башҡорттар күп. Иң мөһиме – ата-әсәнең балаһына туған телде өйрәтеү теләге булһын. Үҙегеҙ һәм балаларығыҙ өсөн бер кем дә ҡарар ҡылмаясаҡ. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн һеҙҙән ғариза ғына талап ителәсәк, – тине Илсур Гәрәй улы.


– Бала менән бер рәттән туған телде өйрәнергә әҙерме икән ата-әсәләр? Был күренеш Татарстанға ғына ҡағылмай. Өфө ҡалаһында йәшәп тә, телде яҡшылап белмәгән ата-әсәләрҙең дә үҙ балаларына ярҙам итә алмаған осраҡтары бар. Улар, ғәҙәттә, бергәләп мәктәптән өйгә бирелгән эште атҡарып сыға алмағас, рус теленә күсергә ҡарар итә, – тип дауам итте һөйләшеүҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова һәм Яр Саллы башҡорттары араһында ойошторолған һорау алыу һөҙөмтәләрен дә яңғыратты. Был ҡалала йәмғеһе 254 башҡорт балаһы иҫәпләнә. Уларҙың ата-әсәһе менән аралашыу һөҙөмтә­һендә 40 ғаилә балаһы менән бергә башҡорт телен өйрәнергә теләк белдергән. Йәнә милләттәштәребеҙҙең күбеһенең ғаиләһендә башҡорт мөхите булыуы, балаларҙың туған телдәрендә һөйләшеүе асыҡланған.


Эльвира Айытҡолова үҙ сығышында тағы бер мөһим мәлгә туҡталды. Йыш ҡына ата-әсәләр мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәнеү хаҡында һүҙ сыҡҡас, башҡа предметтарҙы уҡытыу ҙа башҡорт теленә күсә йәки башҡорт теле дәрестәре рус теле урынына уҡытыла башлай, тип уйлай. Математика, физика, биология кеүек теүәл предметтарҙы уҡытыу шулай уҡ рус телендә ҡаласағын, туған телде өйрәнеү тураһындағы ғаризаға ҡул ҡуйыла икән, был башҡорт теленең айырым предмет булараҡ уҡытылыуын аңлатып китте рәйес.


Башҡортостанда бер нисә йыл эшләп килгән Ата-әсәләр комиссияһы исеменән Эльвира Байназарова сығыш яһап, ата-әсәләр менән тәжрибә уртаҡлашты, барыһының да тик үҙҙәренән тороуын, баланың телде генә түгел, әҙәбиәтте лә, мәҙәниәтте лә берҙәй белеп үҫергә тейешлеген билдәләне.


Осрашыуға Татарстан Республи­каһының Дәүләт Советы депутаты, Татарстан Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Ирек Шәрипов та килгәйне. Ул үҙенең сығышында шулай уҡ мөһим мәсьәләләрҙе күтәреп сыҡты. Баҡтиһәң, Ҡазандағы Халыҡтар дуҫлығы йортонда 20 тел өйрәнелә, һуңғы биш йылда башҡорт теле был исемлектән төшөп ҡалған.


– Был – муниципаль учреждение, башҡорт теле уҡытыусылары өсөн эш хаҡы түләнәсәк, рәсми эш урыны буласаҡ. Ошо тәҡдим өҫтөндә ентекле уйланырға саҡырам.


Тел мәсьәләһенә килгәндә, төп дошманыбыҙ – глобалләштереү күре­неше, тип уйлайым. Әммә беҙҙең телде өйрәнергә, уны һаҡлап алып ҡалырға мөмкинлегебеҙ бар. Бала башҡорт булып тыуған икән, уның үҙендә башҡорт асылын һаҡлап ҡалыуы, минеңсә, уңыш. Әсәйем-атайым баш­ҡорт булған, тигән һүҙҙәр ишетелмәһен ине...


Беҙҙең республикала түбәндәге нигеҙләү алымдары эшләй, теге йәки был ауыл һәм ҡалала “Мәктәпте татар класында бөтөргәндәрҙе Ҡазанға уҡырға ебәрәбеҙ” тип баланы дәртләндерәбеҙ. Ошо уҡ алымды башҡорт телен уҡытҡанда ла ҡулланып була бит, – тине Ирек Илдус улы.


Ата-әсәләр яғынан да байтаҡ тәҡдим булды. Шуларҙың араһында иң йыш осрағандары Яр Саллы татар гимназияһында башҡорт класы асыу, балалар баҡсаһындағы башҡорт төркөмдәренән тыш, кескәйҙәр өсөн ясле булдырыу ине. Кәңәш иткәс, түбәндәге тәҡдим менән барыһы ла килеште. Ул, үҙ сиратында, бер нисә алымдарға бүленә: беренсенән, төрлө йәштәге балалар һәм теләге булған ололар өсөн башҡорт теле дәрестәре асырға, икенсенән, балалар баҡса­ларында башҡорт төркөмдәре, мәктәп­тәрҙә башҡорт кластары булдырырға. Быларҙың барыһы өҫтөндә эш август айының аҙағында уҡ башланасаҡ.


Яр Саллы башҡорттарына – бүләктәр


– Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе бер ҡасан да онотмай. Республика етәксеһе Радий Хәбиров был йүнәлешкә ҙур иғтибар бүлә, – тине осрашыу барышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова һәм әйткән һүҙ эш менән раҫланды ла: Яр Саллыла асыласаҡ башҡорт кластарына методик ҡулланмалар бүләк ителһә, урындағы “Шоңҡар” башҡорт ойошмаһына, “Гөлнәзирә” фольклор коллективына сәхнә костюмдары тапшырылды. Бынан тыш, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы “Тамыр” балалар студияһы менән берлектә Халыҡтар дуҫлығы йортонда үткән сараға килгән атай-әсәйҙәр һәм балалар өсөн сюрприз да әҙерләне: сағыу тамашанан торған концерт, интерактив уйындар ойошторолдо. Кескәйҙәр, йыр-бейеү менән күңел асыуҙан тыш, төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирҙе, йомаҡтар сисеп, иҫтәлекле бүләктәр алды. Әйткәндәй, “Тамыр” телеканалы был сараға “Был – беҙ” тигән махсус программа бағышлаясаҡ.


Яр Саллы башҡорттары, ғөмүмән алғанда, Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ һәр ваҡыт ҡунаҡсыллығы, яҡты йөҙө һәм, иң мөһиме, берҙәм, берәгәйле, йәмәғәт, сәхнә эшенә әүҙем булыуҙары, илһөйәр рухтары менән ҡыуандыра. Ҡазандамы, Яр Саллыламы, әллә бәләкәй Түбәнге Кама ҡалаһы булһынмы, һәр ерҙә үҙ мөхитен, милли үҙаңын булдыра. Хәҙер килеп балаларға башҡорт төркөмдәренә йөрөү, башҡорт класында уҡыу мөмкинлеге лә тыуһа – был инде республиканан ситтә лә башҡортлоҡто һаҡлап ҡалыу өсөн бөтә шарттар булдырылды, тигән һүҙ.



Татарстан Республикаһы,

Яр Саллы ҡалаһы.
Читайте нас