Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаларын башҡарыусы Борис Беляев менән бергә "Башҡорт ихаталары" йорт яны биләмәләрен төҙөкләндереү һәм подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаларын ғәмәлгә ашырыу барышы менән танышты.
Өфөнөң Ленин урамында төбәк етәксеһе 2019 йылда «Башҡорт ихаталары» республика программаһына ингән ҡалалағы туғыҙ ихатаның береһен барып күрҙе. Биләмә күп фатирлы дүрт йортто үҙ эсенә ала, бында йәшеллек зонаһы, автомобилдәрҙе ҡуйыу өсөн урын, балалар һәм спорт майҙансыҡтары бар.
Ихатаны төҙөкләндереү буйынса эштәр тамамланған тиерлек. Асфальт япмаһы яңыртылған, эскәмйәләр, урналар ҡуйылған, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системалары монтажланған. Балалар майҙансығына хәүефһеҙ резина япмаһы түшәлә.
Ошо уҡ ихатала республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы сүп-сарҙы айырып йыйыу принцибы буйынса ойошторолған заманса контейнерҙар майҙансығын ҡараны. Ҡаланың көнкүрешен тәьмин итеү буйынса идаралыҡ етәксеһе Никита Дмитриев белдереүенсә, әле икенсел сеймалды эшкәртеүселәр менән бәйләнеш булдырыла.
Октябрь проспектындағы күп фатирлы йортта төбәк етәксеһе ремонт башҡарылған подъездарҙың сифатын баһаланы һәм урындағы халыҡ менән аралашты. Улар ғәмәлгә ашырылған проекттарға ыңғай баһа бирә. Өфө мэры Өлфәт Мостафин һүҙҙәренсә, ҡала хакимиәтенә ремонтлау һәм төҙөкләндереү программаларына өҫтәмә адрестарҙы индереү үтенесе менән бик күп мөрәжәғәт килә.
“Беҙ киләһе йылға пландар буйынса фекер алыша башланыҡ. Шул иҫәптән финанслау күләмен арттырыу мөмкинлеген дә анализлайбыҙ. Халыҡ беҙҙең программаның 2024 йылға тиклем дауам итәсәген белергә тейеш. Тимәк, планға әлегә кермәгән йорттар киләсәктә индереләсәк, – тип аңлатты Радий Хәбиров. – Хәҙергә беҙ заманса төҙөкләндереү проекттарын әҙерләргә, сифатлы ремонт башҡарырға өйрәнәбеҙ генә. Иң мөһиме – комплекслылыҡты һаҡлап ҡалыу. Сифат буйынса ҡарар сығарғанмын һәм махсус рәүештә был хаҡта муниципалитет башлыҡтарын иҫкәрткәнмен: Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ремонтты ҡабул итмәйенсә, эш өсөн түләнмәйәсәк.
Бынан тыш, киләһе йылдан республикала ихаталарҙы төҙөкләндереүгә өҫтәмә рәүештә Башҡортостан Башлығы гранты бүленәсәк. Ундай ихатаны йортта йәшәүселәр тауыш биреү юлы менән үҙҙәре һайлаясаҡ, артабан ғариза төбәк етәксеһенә тапшырыласаҡ.
“Беҙ әүҙем граждандарға йорт яны биләмәләрен тәртипкә килтереү өсөн тағы ла бер мөмкинлек бирергә теләйбеҙ. Һәр муниципалитетта киләһе йылдан республика Башлығы ихатаһын һайлаясаҡбыҙ. Өфөлә ундайҙар етәү буласаҡ. Улар төҙөкләндереү программаһына инмәгән майҙансыҡтар булырға тейеш, – тип белдерҙе Радий Хәбиров. – Бер ихатаға яҡынса биш миллион һум бүлергә ниәтләйбеҙ. Ихата ҙур икән, был аҡсаға балалар майҙансығын урынлаштырып булыр. Биләмәһе бәләкәйерәктәрҙе тулыһынса төҙөкләндерергә планлаштырабыҙ”.
Өфөнөң Октябрь районында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы 130-сы ҡала мәктәбе янында урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙың ихата биләмәһен төҙөкләндереү барышы менән танышты. Башҡарылған эштәргә килгәндә, асфальт япмаһы яңыртылған, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн заманса уйын комплексы урынлаштырылған. Гагарин урамындағы 50/1 һәм 50/2 һанлы йорттарҙың подъездарында капиталь ремонтлау үткән.
Шул уҡ ваҡытта мәктәп тирәһендәге биләмәне төҙөкләндерергә кәрәк буласаҡ, юғиһә бында ағас аҫтарына автомобилдәрҙе нисек тура килһә, шулай ҡуялар, ә миҙгелдәр алмашҡанда урын айырыуса ныҡ бысрап китә.
Был майҙансыҡта сквер асырға, ағас ултыртырға, тротуар һалырға, матур яҡтыртҡыстар һәм эскәмйәләр урынлаштырырға кәрәклеген белдерҙе Радий Хәбиров. Төбәк етәксеһе Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына һәм Өфө ҡалаһы хакимиәтенә тейешле йөкләмәләр бирҙе.