Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Сентябрь 2019, 19:46

Тәүге "Экспорт сәғәте": маҡсаттар һәм бурыстар

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығында тәүге "Экспорт сәғәте" үтте. Уны Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры урынбаҫары Илшат Фәзрахманов алып барҙы.

Фото Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.

Беренсе ултырышта эшсе төркөм төҙөлдө. Уның составына ингән аграр ведомстволар, Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты, Өфөләге Рәсәй экспорт үҙәге вәкилдәре төбәктә агросәнәғәт продукцияһы экспорты мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Иген, май продукцияһы һәм эшкәртеү предприятиелары тауарҙарының экспорттың өҫтөнлөклө йүнәлеше булыуы билдәләнде.

Шулай уҡ "УК Сигма Холдинг" йәмғиәте предприятиеларының экспорт мөмкинлектәре, "Конкурентлыҡҡа һәләтлелекте арттырыу килешеүе тураһында" программаға ярашлы ташламалы кредит алыу хаҡында һөйләшеү булды.

Әйткәндәй, 2024 йылға республиканан агросәнәғәт продукцияһын сит илдәргә һатыу күләме 230 миллион долларға етергә тейеш.

Читайте нас: