“Мәғариф” милли проекты бурыстарына ярашлы, Өфөлә “Башҡорт һанлы мәғарифы” тип аталған ҙур проект тормошҡа ашырыла башланы. Был этапҡа республиканың белем биреү тармағы әҙер тиергә мөмкин.
Проекттың тәүге өлөшөндә мәктәптәрҙең етәкселәрен уҡытыу планлаштырыла. Һанлы белем биреүгә өйрәтеүҙә диагностиканың бер нисә яңы технологияһы ҡулланыласаҡ. Бынан тыш, мәктәп директорының, уның урынбаҫарҙарының, уҡытыусыларҙың, балаларҙың төрлө мәғлүмәт ресурстары менән эшләй белеүен тикшереү маҡсатында аныҡ хәлдәр ҡараласаҡ.
“Бер нисә пилот мәктәп һайлап алынып, уларҙа soft skills, hard skills, digital skills күнекмәләрен үҫтереү, баһалау өсөн педагогик һәм идара итеү практикалары, технологиялары эшләү күҙаллана, – тип хәбәр иттеләр Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығынан. – Бындай эш “Һанлы йәмғиәт өсөн 21-се быуат мәғарифы: техникалар һәм технологиялар”, “Һанлы донъяла белем биреү: 21-се быуат күнекмәләрен формалаштырыу өсөн инструменттар” дәүләт проекттарына ярашлы алып барыла”.
Проекттың үҙенсәлеге шунда: юғары технологиялы ресурстар, юғары кимәлле педагогик кадрҙар менән тәьмин итеү, иң яҡшы дәрестәр эшләү иҫәбенә һәр ҡатнашыусыны үҫтереү, сифатлы белем биреү мөмкинлеге асыла. Уҡыусылар, ҡайҙа йәшәүенә, ниндәй физик торошта булыуына ҡарамаҫтан, мәҙәниәткә, фәнгә бәйле мәғлүмәткә инеп, ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерә аласаҡ.
“Был проект етәксенең, уҡытыусының, уҡыусыларҙың яңы компетенцияларға сығыуын тәьмин итә. Баланың уңышы белем биреү стандартына, остаздарының заманса һөҙөмтәле эшенә бәйле”, – ти Һанлы белем биреү фонды белгесе Татьяна Новикова.
19 сентябрҙә Өфөнөң 160-сы лицейында директорҙарҙы һанлы белем биреүгә өйрәтә башланылар. Стратегик сессиялар 21 сентябргә тиклем дауам итәсәк.
Билдәле булыуынса, “Мәғариф” милли проекты “Балалы ғаиләләргә булышлыҡ ҡылыу”, “Һанлы белем биреү мөхите”, “Заманса мәктәп”, “Һәр баланың уңышы!”, “Киләсәк уҡытыусыһы”, “Йәш профессионалдар”, “Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр”, “Социаль әүҙемлек”, “Белем биреү экспорты” федераль проекттарынан тора.