Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Сентябрь 2019, 19:08

28 сентябргә тиклем һорауыңды биреп ҡал!

Өфөлә бөгөн “УралстройИндустрия” форумы башланды. Унда төп тема “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” буласаҡ.

Фото: bashinform.ru
Фото: bashinform.ru
Өфөлә бөгөн “УралстройИндустрия” форумы башланды. Унда төп тема “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” буласаҡ. ВДНХ Экспо комплексында үткән был сара 28 сентябргә тиклем дауам итәсәк.


Республика етәксеһе Радий Хәбировтың халыҡты торлаҡ менән тәьмин итеү, ҡала мөхитен яҡшыртыуға йүнәлтелгән күрһәтмәләренә ярашлы комплекслы эш уңышлы дауам итә. Алданған өлөшсөләрҙең проблемаларын хәл итеү, төҙөлөш баҙары менән дәүләт араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыу, ҡалала уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырыу, ял итеү урындарын заманса үҙгәртеп ҡороу һ.б. барлыҡ эштәр Радий Фәрит улының ныҡлы контролендә алып барыла.


“УралстройИндустрия” форумына килгәндә, ул Башҡортостандың баш ҡалаһында 28-се тапҡыр уҙа. Был юлы сара “Төҙөлөш” махсуслаштырылған күргәҙмәһе менән күсемһеҙ милек йәрминкәһенең эшлекле һәм белем биреү программаларын берләштерә. Ошо һәм башҡалар тураһында спикерҙар “Рәсәй” медиаүҙәгендәге матбуғат конференцияһында һөйләне.


Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Артем Ковшов билдәләүенсә, форумдың төп ваҡиғаһы – “Башҡортостанда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыу” темаһына ойошторолған пленар ултырыш.


“Быйыл республикала төҙөлөш күләме былтырғынан кәм булмаясаҡ. Әлегә мәғлүмәттәр буйынса, торлаҡ биналарының 1,2 миллион квадрат метры тапшырылған, уларҙың 65 проценты – халыҡ үҙаллы һалған биналар, 35-е – төҙөүселәр көсө менән сафҡа ингән күп ҡатлы йорттар. Йыл аҙағына тиклем республикала тағы ла 1 миллион квадрат метрлыҡ торлаҡ тапшырыласаҡ. Уларҙың яртыһын төҙөүселәр атҡарасаҡ”, – тине Артем Ковшов.


Планлаштырылғанса, республикала 2024 йылға дүрт миллион квадрат метр майҙанлыҡ торлаҡ төҙөлөргә тейеш. Һатып алыу мөмкинлегенең ҙур булмауын күҙ уңында тотоп, был күрһәткескә йәшәү урыны алыу өсөн шарттарҙы яҡшыртыу иҫәбенә өлгәшеү планлаштырыла. Атап әйткәндә, ташламалы ипотека буйынса.


Әлеге форумға килгәндәр ошо йәһәттән консультация алыу мөмкинлегенә эйә, белгестәргә ипотека кредитлауына бәйле барлыҡ һорауҙарҙы бирергә була. “УралСтройИндустрия”ла шулай уҡ өлөшләтә төҙөлөш, иҡтисад баҙарындағы инновациялар тураһында асыҡ фекер алышыуҙар үткәреү ҡаралған. Форумда ҡатнашыусылар власть органдары, банктар, төҙөлөш ойошмалары вәкилдәренә, риэлторҙарға ла үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирә ала.


Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты маҡсаттарына өлгәшеү өсөн республикала дүрт төбәк проекты эшлнеп раҫланды: “Торлаҡ”, Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло ҡыҫҡартыуҙы тәьмин итеү”, “Ипотека”, “Уңайлы ҡала мөхите формалаштырыу”.

Читайте нас: