Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Октябрь 2019, 14:45

Һанлы иҡтисад – милли хәүефһеҙлек нигеҙе

Төбәк Башлығы Радий Хәбиров республиканың 100 йыллығы уңайынан Инстаграмдағы аккаунтында халыҡҡа: “Башҡортостан – илебеҙҙә республика статусы алған беренсе төбәк. Асылда Рәсәй федерализмы беҙҙән башланған. Әйҙәгеҙ, үткән йөҙ йыллыҡ менән генә сикләнеп ҡалмайыҡ, ә артабанғы дәүерҙә республиканың ниндәй була алыры хаҡында уйлайыҡ”, – тип мөрәжәғәт иткәйне.

Төбәк Башлығы Радий Хәбиров республиканың 100 йыллығы уңайынан Инстаграмдағы аккаунтында халыҡҡа: “Башҡортостан – илебеҙҙә республика статусы алған беренсе төбәк. Асылда Рәсәй федерализмы беҙҙән башланған. Әйҙәгеҙ, үткән йөҙ йыллыҡ менән генә сикләнеп ҡалмайыҡ, ә артабанғы дәүерҙә республиканың ниндәй була алыры хаҡында уйлайыҡ”, – тип мөрәжәғәт иткәйне.
Артабан төбәк етәксеһе беҙҙең сәнәғәт һәм кадрҙар ҡеүәте килә­сәк­тең һанлы иҡтисадына ынтылыш яһау мөмкинлеген биреүен бил­дәләне. Мәҫә­лән, агросә­нәғәт комплексын һанлаш­тырыу буйынса федераль программаны тор­мошҡа ашырыуҙа Баш­ҡортос­тандың пилот төбәк сифатында ҡат­нашыу перспективалары, рес­публиканың ауыл хужалығына заманса технологиялар индереү буйынса пландар, тейешле инфраструктура булдырыу, тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең квалифика­цияһын күтәреү өлкәһен­дә бөгөн шаҡтай уңыштар бар.
Ысынлап та, тармаҡтың уңыш­лы үҫеше өсөн был мәсьәләләрҙең мөһимлеге көндән-көн арта. Ысынында һүҙ бөтөнләй яңы алымдар, ауыл хужалығы етештереү технологиялары, ауыл иҡтисадының икенсе төҙөлөшө, тотош ауыл тормошо хаҡында бара.
Яңы технологиялар бөгөн үк ерҙе һөҙөмтәле файҙаланырға, сығымдарҙы кәметергә, агросәнәғәт комплексында заманса идара итеү системаһы төҙөргә һәм, иң мөһиме, хеҙмәт етештереүсәнлеген күп тапҡырға арттырырға мөмкинлек бирә.
Беҙ оло юл башында. Ошо йүнәлештә эшләмәйенсә конкурент­лыҡҡа һәләтле була алмайбыҙ.
Ауыл хужалығын һанлы техно­логияларға күсереү буйынса ла алда ғәйәт ҙур эш көтә. Мәғлүмәт­тең иге-сиге юҡ һәм уларҙы йыя, эшкәртә, анализлай, кәрәклеһен һайлай белергә кәрәк. Мәғлүмәт ағымы менән эшләргә өйрәнеү зарурлығын иҫәпкә алып, Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы геоинформация системаһын булдырыуға тотонған. Аграрсылар аңлатыуынса, ул республика картаһынан ғибәрәт: баҫыуҙар, сәселгән культуралар, фермалар, техника, запчастар тупланған урындар, малсылыҡ һәм башҡалар. Ҡайһы районда ниҙәр атҡарылғанын ҡарарға мөмкин. Был тейешле иҫәп алып барырға һәм ҡайҙа ни буйынса артта ҡалыуҙы белергә ярҙам итә.
Бөгөн баҫыуҙарҙа күп урында датчиктар ҙа ҡуя башлағандар. Әлбиттә, улар йыйған мәғлүмәтте ҡарап һәм анализлап торорға кәрәк буласаҡ. Әлеге көндәрҙә сәсеү­лектәр өҫтөнән квадрокоптерҙар осорола. Тәбиғи, улар ҙа ҙур күләмдә мәғлүмәт йыйып, тейешле үҙәктәргә тапшыра. Һанлы технологиялар ҡулланыу өсөн, ҡайһы бер етәкселәр әйткәнсә, компьютерҙар һәм программа һатып алыу ғына етмәй.
2021 йылға тиклем Башҡортос­тандың барлыҡ социаль объекттары интернетҡа тоташыу мөмкин­леген аласаҡ. Был эш “Һанлы иҡтисад” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Мәғариф, медицина учреждениелары биналары, полиция бүлексәләре, янғын частары, военкоматтар, һайлау комиссиялары, урындағы үҙидара органдары – барыһында ла интернет селтәре буласаҡ. Уның маҡсаты – һанлы иҡтисадты хоҡуҡи көйләү системаһын, ошо тармаҡтағы технологиялар базаһында граждандар өсөн уңайлы әйләнеш булдырыу.
Федераль проект паспортында милли проекттың тормошҡа ашырылыу ваҡыты, бурыстар исемлеге, өлгәшелергә тейешле һөҙөмтәләр, тәғәйен йылдарҙа финанс тәьминәтенең күләме һәм башҡа мәғлүмәттәр күрһәтелгән. Һанлы иҡтисадты формалаштырыу – Рәсәйҙең милли хәүефһеҙлек нигеҙе. Был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин Стратегик үҫеш һәм өҫтөнлөклө проекттар буйынса совет ултырышында ла белдергәйне.
“Һанлы иҡтисад – айырым өлкә түгел, ғәмәлдә йәшәү рәүеше, дәү­ләт идараһын, иҡтисадты, эш­ҡыуар­лыҡты, социаль тармаҡты, тотош йәмғиәтте үҫтереү өсөн яңы нигеҙ, – тине Владимир Путин. – Һанлы иҡтисад булдырыу – Рәсәйҙең милли хәүефһеҙлеген һәм бойондороҡһоҙлоғон булдырыу”.
Эйе, заман алға барған һайын һәр тармаҡ үҫешә. Яңы технологиялар индереү һәм үҫтереү иҡтисади йәһәттән өҫтәмә табыш алыу мөмкинлеген бирә. Комплекста һанлы технологияларҙы тор­мошҡа ашырыу йәһәтенән уңышлы аҙымдар яһала. Улар ил, донъя күләмендә көнәркәшлеккә һәләт­лелекте үҫтереүгә нигеҙ булып тора. Ошо йәһәттән “Башнефть” акционерҙар йәмғиәтенең “Һанлы ятҡылыҡ” тәжрибә-сәнәғәт эксплуатациялау проектына старт биреү тантанаһы ҙур ваҡиға булды.
Республикабыҙҙа “Һанлы иҡти­сад” милли проекты ярҙа­мында иң төпкөлдә ятҡан ауылдарға ла интернет индереләсәк. Уларҙағы барлыҡ социаль әһәмиәтле объекттар заманса һулыш аласаҡ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров райондарға эш сәфәрҙәре барышында һәр ваҡыт мәктәптәрҙә, фельдшер-акушерлыҡ пункттарында булып, уларҙы заманса үҫтереү йәһәтенән күрһәтмәләр бирә килә. Бөгөнгө ауылдарҙағы шарттар ҡалалағынан кәм булырға тейеш түгел. Әлеге эш тә – ошо маҡсатҡа ярашлы атҡарылған бурыстарҙың бер өлөшө.
Читайте нас