Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Октябрь 2019, 22:37

Быуаттар буйы көткән күпер асылды

Ҡариҙел ауылы эргәһендә Өфө йылғаһы аша...

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын уңышлы тормошҡа ашырыу – иң өҫтөнлөклө дәүләт бурыстарын үтәүҙең төп нигеҙе: юлдың яҡшы булыуы башҡа барлыҡ тармаҡтарҙың алға барыуын тәьмин итә.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үткән, республика юл төҙөүселәренең 95 йыллығына арналған тантана быны тағы бер ҡат дәлилләне. Төбәк Башлығы Радий Хәбиров тармаҡ эшсәндәрен байрам менән ҡотлап, бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт бүләктәре тапшырҙы.


Сарала шулай уҡ онлайн режимында Ҡариҙел ауылы эргәһендә Өфө йылғаһы аша һалынған күпер тантаналы асылды. Ул шулай уҡ 60 километрҙа төҙөкләндерелгән Бөрө – Тастүбә – Һатҡы юлының бер өлөшө лә булып тора.


Республиканың 100 йыллығына арналған төҙөлөш өс йыл барҙы. Уға тотонолған дүрт миллиард һум аҡса республика ҡаҙнаһынан бүленде.


Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Илдар Ғарифуллин батша ваҡытында Екатерина тракты барлыҡҡа килгәндән алып халыҡ 300 йыл буйы көткән күперҙе төҙөүҙә ярҙам иткән өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.


Әйткәндәй, быйыл "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә республикала 151 объектта эш башҡарыу планлаштырыла. Был күпер – шуларҙың береһе.

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты юл селтәрен яҡшы хәлгә килтереп, юл-транспорт ваҡиғалары хәүефен кәметеүгә йүнәлтелгән. “Милли проект халыҡтың именлеген, хәүефһеҙлеген һаҡлауға үҙ өлөшөн индерергә тейеш” тигән бурыс ҡуйҙы дәүләт башлығы.

Читайте нас: