Башҡортостан
+1 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Милли проекттар
30 Октябрь 2019, 03:09
Анновкаға – модулле ФАП
Ауыл ерендә йәшәүселәргә юғары сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү – “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаттарының береһе.
Фото “Ауыл уттары” редакцияһы сайтынан.
Ауыл ерендә йәшәүселәргә юғары сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү – “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаттарының береһе. Ошо программаға ярашлы төпкөлдәрҙә лә фельдшер-акушерлыҡ пункттары асыу – ғәжәп матур күренеш.
Йылайыр районының Анновка ауылында ла модулле ФАП төҙөлә башланды. Әле эшселәр бинаның каркасы менән мәшғүл. Төҙөлөштө тендерҙа еңгән Пермь өлкәһенең Чусовой ҡалаһынан “Стройсервис” йәмғиәте алып бара.
Бина тиҙ арала ҡороп ултыртылыр, артабан заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылыр тип ышана ауыл халҡы.
Билдәле булыуынса, "Һаулыҡ һаҡлау! милли проекты "Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү", "Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш", "Онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәш", "Балалар һаулығын һаҡлауҙы үҫтереү", "Һаулыҡ һаҡлау системаһы медицина учреждениеларын медицина белгестәре менән тәьмин итеү", "Милли медицина тикшеренеүҙәр үҙәге селтәрҙәрен үҫтереү", "Медицина хеҙмәттәре экспортын үҫтереү" федераль проекттарын үҙ эсенә ала.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас:
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять