Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Октябрь 2019, 14:26

Ҡытай беҙҙән эҙләй

"Уларға беҙҙә етештерелгән продукция оҡшаһа, Рәсәйҙең экспортҡа иген оҙатыу мөмкинлеге һиҙелерлек артасаҡ".

Фото Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан.
Фото Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан.

Рәсәйҙә Ҡытайҙың баш таможня вәкилдәре сәфәре бара. Күршеләр беҙҙә бойҙай, арпа үҫтереүселәр, соя, рапс, көнбағыш ҡалдыҡтары, төпрәләре етештергән предприятиелар менән ҡыҙыҡһына. Был эш “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

22 – 26 октябрҙә улар Шишмә май һығыу заводы, Дәүләкән икмәк аҙыҡтары комбинаты эшмәкәрлеген ҡараны.

Әйткәндәй, Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы тармағында йыл экспортеры номинацияһында Шишмә май һығыу заводы еңеүсе булып танылды.

Был предприятие көнбағыш майы етештереү буйынса махсуслашҡан. 2018 йылда унда рапс майы һығылып, Европаға экспортҡа оҙатыла башланы.

"Ҡытай делегацияһына беҙҙә етештерелгән продукция оҡшаһа, Рәсәйҙең экспортҡа иген оҙатыу мөмкинлеге һиҙелерлек артасаҡ", – ти белгестәр.


Билдәле булыуынса, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты үҙ эсенә биш федераль проектты ала: “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау”, “Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы”, “Хеҙмәтләндереү экспорты”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары”.


Читайте нас: