Баймаҡ районында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы булдырылған муниципаль программа уңышлы тормошҡа ашырыла.
Күптән түгел республика Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса Яңауыл һәм Баймаҡ райондары биләмәләрендә төбәк кимәлендәге автомобиль юлдарын ремонтлау бурысы ҡуйылғайны. Район етәкселеге Башҡортостан юл хужалығы идаралығына Баймаҡ – Ишбирҙе, Сибай – Күсей – Хәлил, Йомаш – Беренсе Этҡол – Түбәнге Таулыҡай автомобиль юлдарын тейешле кимәлгә еткереү зарурлығын тәҡдим иткән. Шулай уҡ Иҫке Сибай ауылында Ҡарағайлы йылғаһы аша күпер һалыу, Урал ауылындағы автомобиль юлының һыу үткәргән торбаһына капиталь ремонт уҙғарыу ҙа ҡарала.
Шулай уҡ райондың Ҡаратал, Беренсе Этҡол, Байым, Покровка, Октябрьский, Билал, Һәмән һәм башҡа ауылдарына асфальт япмалы автомобиль юлдарын ремонтлауға аҡса бүленгән.
Әле төбәктә “Тыуған урам” программаһына ярашлы Төркмән һәм Йомаштың урам юлдарына асфальт түшәлгән. Дөйөм алғанда, 2019 йылда биш урында 28 саҡрымдан ашыу юл ремонтланған. Уларҙы рәткә килтереүгә 13117,387 мең һум сығым бүленгән. Юлдар аша һыу үткәреү торбаларын һуҙыуға 1 миллион 457 мең һум аҡса тотонолған.
Баймаҡ ҡалаһының Завод урамына 15572,73 мең һумлыҡ асфальт һалынған. Шулай уҡ ундағы яңы төҙөлгән 5-се мәктәп биләмәһен төҙөкләндереүгә 1992, 372 мең һум аҡса йүнәлтелгән.
Программаның тиҙерәк тормошҡа ашыуын бигерәк тә Күсей ауылы биләмәһе халҡы зарығып көтә. Бында инде ике йылдан ашыу юл һалыу эше һаман булһа тормошҡа ашмай: түшәлгән эре таш еңел автомашиналарҙы ғына түгел, хатта йөк машиналарын да “бәргеләмәй” ҡалмай.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты юл селтәрен яҡшы хәлгә килтереп, юл-транспорт ваҡиғалары хәүефен кәметеүгә йүнәлтелгән.