Милли проекттар
12 Ноября 2019, 17:35

“Үҫеш нөктә”һе Һыуыҡкүлдә башлана

Әлеге ваҡытта уҡыусылар бәләгә тарыған кешегә беренсе ярҙам күрһәтергә өйрәнә. Бындай осраҡта ҡаушап ҡалмаҫҡа, иң беренсе эште нимәнән башларға, ҡыҫҡаһы, барыһы хаҡында ла ентекле аңлатыла.

Йәрмәкәй районының ике белем усағында – Һыуыҡкүл һәм 8 Март урта мәктәптәрендә "Үҫеш нөктәһе" үҙәге эш башлаған. Мәҫәлән, Һыуыҡкүл мәктәбендә бының өсөн ике кабинет йыһазландырылған.
– Балалар Һәр яҡлап үҫешергә тейеш. Был йәһәттән беҙгә “Мәғариф” милли проекты ҙур мөмкинлектәр асты, – тип һөйләй Һыуыҡкүл урта мәктәбе директоры Фәнүзә Сулпанова. – "Үҫеш нөктәһе"нең етәксеһе бар, уҡытыусылар әҙерлек курстары үтте. Шул иғтибарға лайыҡ: балаларҙың ҡыҙыҡһыныуы шул хәтлем көслө. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта уҡыусылар бәләгә тарыған кешегә беренсе ярҙам күрһәтергә өйрәнә. Бындай осраҡта ҡаушап ҡалмаҫҡа, иң беренсе эште нимәнән башларға, ҡыҫҡаһы, барыһы хаҡында ла ентекле аңлатабыҙ.
Читайте нас