Шаран районы мәҙәниәт һарайында заман кинозалы асыу тантанаһы булды. Был эш “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылды.
Билдәле булыуынса, республика етәксеһе Радий Хәбиров ауылдар яҙмышына ныҡлы иғтибар бүлә. Райондарға эш сәфәрҙәре барышында ул халыҡтың тормош-көнкүреше менән яҡындан танышып, аралашып, урындағы йәшәйеште йәнләндереү өсөн социаль объекттарҙың ни тиклем кәрәклеген даими раҫлап килә. Мәктәп, мәҙәниәт йорто, медицина учреждениеһы һ.б. бар икән, кешеләр үҙ нигеҙҙәрен һыуытмай, тыуған еренә ерегеп йәшәйәсәк.
Ошо маҡсатта төбәгебеҙҙә бик күп төҙөлөш, яңыртыу эштәре бара. Милли проекттар – был йәһәттән айырыуса ҙур терәк. Шаранда – заманса кинозал
Шарандағы әлеге ҡыуаныслы ваҡиғаға килгәндә, улар халҡы 500 меңгә тиклемге тораҡ пункттарҙа кинозалдар булдырыуға ярҙам буйынса кино фонды конкурсы еңеүселәренең береһе тип танылғайны. Һөҙөмтәлә ошондай кинозал асыуға өлгәштеләр.
“Был шатлыҡлы ваҡиғаны барлыҡ ауыл халҡы түҙемһеҙлек менән көттө. Заманса кинозал – универсаль, мәғлүмәти һәм мәҙәни үҙәк, кино һөйөүселәрҙе туплау урыны. Шулай уҡ бында дуҫтар менән осрашыу, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы ял итеү мөмкинлеге асылды”, – тине үҙ сығышында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ринат Закиров.
Башҡортостанда “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы ун кинозал асыласаҡ.
Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” милли проекты өс федераль проекттан тора: “Мәҙәни мөхит”. “Ижади кешеләр”, “Һанлы мәҙәниәт”.
Фото: culture.bashkortostan.ru