Республика етәкселеге ҡарары менән Башҡортостанда һөт кухнялары ҡабаттан тергеҙелеүе мәғлүм. Был эш “Демография” милли проектының “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙы сәләмәт тормош рәүешенә, шул иҫәптән, сәләмәт туҡланыуға һәм насар ғәҙәттәрҙән арындырыуға йәлеп итеү системаһын формалаштырыу” төбәк проекты буйынса тормошҡа ашырыла.
Башҡортостанда өс йәшкә тиклемге 150 меңдән ашыу бала йәшәй, уларҙың 26 меңе бушлай һөт продукттары менән тәьмин ителеү хоҡуғына эйә.
Быға тиклем һөт кухняһы Өфөлә генә булһа, ағымдағы йылдың 1 июленән Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла ошондай учреждение эшләй башланы. Уның продукцияһы менән Стәрлетамаҡ, Өфө, Ишембай райондарында, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Күмертау ҡалаларында йәшәүсе 2118 бала тәьмин ителә.
Бөгөн иһә һөт кухняһы республикабыҙҙың көнбайышында – Октябрьский ҡалаһында асылды. Заман талаптарына ярашлы проектланған һәм төҙөлгән, барлыҡ санитар нормаларға һәм ҡағиҙәләргә яуап биргән производство юғары сифатлы, тәмле, хәүефһеҙ продукция етештереүгә булышлыҡ итә.
Һөт, кефир, эремсек, йогурт – быларҙың барыһы ла Октябрьскийҙағы фабрика-кухняла етештереләсәк. Тиҙҙән ассортимент 12 позицияға тиклем еткереләсәк.
Производствола тәүлегенә биш тонна һөт эшкәртелә, был йылына 1,5 миллион порция тигән һүҙ. Һөт аҙыҡтары менән Октябрьский ҡалаһында, Туймазы, Бәләбәй, Әлшәй, Дәүләкән райондарында йәшәгән 1,2 мең бала тәьмин ителәсәк. Ҡала биләмәһендә уларҙы таратыу өсөн ике пункт ойошторолған, райондарҙа ла берәр пункт эшләйәсәк.
2020 йылдың 1 ғинуарынан льготалы категорияға ҡараған республика балалары бушлай һөт продукцияһы менән тәьмин ителәсәк. Был исемлектә – ҡоро һәм махсус ҡатнашмалар, ҡоро бутҡалар, һөт аҙыҡтары.
Үрҙә телгә алынған эштәр барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май Указына ярашлы, “Демография” милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Был документ әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау, граждандарҙың ғүмерен оҙайтыу йәһәтенән башҡарылған эштәрҙең һөҙөмтәлелеген күтәреүгә йүнәлтелгән.