Милли проекттар
29 Ноября 2019, 17:45

Иртәгә барыһы ла хәл ителә

Тауыштар иртәгә төшкө сәғәт 1-гә тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәрҙең исеме тура эфирҙа яңғыраясаҡ.

“Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы уҙғарылған "Театрлы Волга буйы" фестивале аҙағына ла яҡынлаша.
Бөгөн, йәғни 29 ноябрь, төшкө сәғәт 1-ҙән алып Рәсәйҙең генә түгел, донъяның төрлө төбәгенән тауыш биреүҙәр ҡабул ителә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостан данын яҡлаған "Ҡорос" халыҡ һәм Межгорье ҡалаһының балалар театрҙары өсөн тауышты республикабыҙҙан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ генә бирә ала. Беҙҙең иһә башҡа республика һәм өлкәләрҙән ҡатнашҡан театрҙар өсөн тауыш ебәреү мөмкинлегебеҙ бар.
8 800 350 35 43 номеры буйынса йыйылған тауыштарҙы ҡабул итеү иртәгә төшкө сәғәт 1-ҙә туҡтатыла, һәм иртәгә үк барыһы ла хәл ителәсәк – еңеүселәрҙең исеме тура эфирҙа яңғыраясаҡ.
Билдәле булыуынса, "Мәҙәниәт" милли проекты өс федераль проекттан тора: "Мәҙәни мөхит", "Ижади кешеләр", "Һанлы мәҙәниәт".
Фото БДПУ сайтынан.
Читайте нас