Милли проекттар
12 Декабрь 2019, 16:40

Семеновкала – яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты

Баймаҡтың Семеновка ауылы халҡы ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев та ҡатнашты.

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы, республика ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пункттары асыу эше уңышлы дауам итә.

Ошо көндәрҙә, мәҫәлән, Баймаҡтың Семеновка ауылы халҡы ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев та ҡатнашты.
Медицина учреждениеһында заманса шарттар булдырылған: пациентты ҡабул итеү, процедуралар эшләү, балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән махсус кабинеттар бар. Электрокардиограф, дефибриллятор, дарыу препараттарын һаҡлау өсөн һыуытҡыс урынлаштырылған. Бина электр ярҙамында йылытыла, һыу менән тәьмин ителгән.
Бында үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған аҡ халатлылар эшләй. Миләүшә Кусимова һәм Мария Ғәлфәүрова ауыл халҡының һаулығы һағында тора. Әйткәндәй, Миләүшә Миңләхмәт ҡыҙы бында ун дүрт йыл намыҫлы хеҙмәт итә. Уларҙың иңенә 276 кешене ҡарау һәм дауалау бурысы һалынған.
Яҡын арала райондың Ишбирҙе, Ярат һәм Түбәнге Иҙрис ауылдарында ла фельдшер-акушерлыҡ пункттары асыласаҡ. Шул уҡ ваҡытта Баймаҡ ҡалаһында яңы балалар поликлиникаһы төҙөү ҡаралған.
Фото: "Баймакский вестник" гәзите.
Читайте нас