Милли проекттар
12 Декабря 2019, 13:00

Яңы йыл алдынан 600 мең һум!

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Колонналы залында бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары һәм ике тиҫтә уҡытыусыға 600-әр мең һум күләмендә грант тапшырылды.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Колонналы залында бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары һәм ике тиҫтә уҡытыусыға 600-әр мең һум күләмендә грант тапшырылды. Сараның Башҡорт теле көнө алдынан ойошторолоуы айырыуса ҡыуаныслы. “2019 йылда Башҡортостан Республикаһында ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға гранттар биреү тураһында”ғы ҡарар оло мәғәнәгә эйә.
– Уҡытыусының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ, – тине Радий Хәбиров. – Уларҙың һәр береһе граждан, патриот, ҡыҫҡаһы, илебеҙгә яҡшы кеше тәрбиәләүгә көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. Ауыл мәктәбендә эшләүселәр ҙә ватаныбыҙ үҫешенә тос өлөш индерә.
Радий Фәрит улы билдәләүенсә, мәғарифҡа иғтибар артабан да көслө буласаҡ, “Мәғариф” милли проекттары сиктәрендә ауыл мәктәптәренә ярҙам бүленәсәк, гранттар күбәйәсәк.
Бүләкләнеүселәр араһында Ҡырмыҫҡалы районы Ефремкин урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Юлдашбаеваны күреү шатлыҡлы ине. Лилиә Азамат ҡыҙының һүҙҙәренә ҡарағанда, башҡорт теле үҫеш юлында, һәр башҡорт теле уҡытыусыһы был йәһәттән тос өлөш индерә.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Читайте нас