Милли проекттар
19 Декабря 2019, 11:30

Анновкала - яңы ФАП

Ошо көндәрҙә Йылайыр районының Анновка ауылында өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙ ишектәрен асты.

Ауыл ерендә йәшәүселәргә юғары сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү - “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаттарының береһе. Ошо программа сиктәрендә республиканың төпкөл ауылдарында ла фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылыуы матур күренеш.
Ошо көндәрҙә Йылайыр районының Анновка ауылында өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылды. Уны асыуҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт-Йыйылышы Ҡоролтай депутаты Әлфәрис Байсурин, район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин һәм башҡалар ҡатнашты.
Өс бәләкәй ауылды хеҙмәтләндерәсәк медицина учреждениеһы заман талаптарына яуап бирерлек итеп йыһазландырылған. Фельдшер һәм сирлеләр өсөн бар шарттар тыуҙырылған, кәрәкле ҡоролмалар һатып алынған. Фельдшер-акушерлыҡ пунктына йәш белгес Гөлфиә Аҡҡужина эшкә ҡайтҡан. Әйткәндәй, ул “Ауыл табибы” программаһында ҡатнаша.
Район хакимиәте башлығы Илгиз Лирман улы белдереүенсә, районда һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә иғтибар ҙур. Бигерәк тә район үҙәгенән йыраҡ ятҡан ауылдарҙа яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлөүе - ауыл халҡының сәләмәтлеген ҡайғыртыу ғына түгел, шул уҡ ваҡытта ауылдың киләсәген һаҡлап ҡалыу ҙа. Бөгөн беҙ һәр кешенең сәләмәтлеге өсөн яуаплы.
Әйткәндәй, Республика Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә “ауыл медицинаһын тергеҙәбеҙ - фельдшер-акушерлыҡ пункттары селтәрен киңәйтәбеҙ”- тигәйне.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Илгиз Фәтҡуллиндың сәхифәһенән.
Читайте нас