Милли проекттар
22 Декабря 2019, 16:20

Милли проект: хоспис ҡайҙа төҙөләсәк?

“Ни эшләп беҙҙең Өфөлә хоспис юҡ икән? Шунда ғына китер ҙә барыр инем. Һыҙланыуға түҙеп булмай бит..."

Республикабыҙҙа "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты комплекслы тормошҡа ашырыла. Ә программа киң, хәл итәһе мәсьәләләр бихисап.
...Алтмыш йәштәрҙәге Зариф ағай бер нисә йыл яман шеш ауырыуынан яфалана. Хәле бер арыулана, бер насарлана. Йыш ҡына “Ашығыс ярҙам” саҡырырға тура килә.
“Ни эшләп беҙҙең Өфөлә хоспис юҡ икән? Шунда ғына китер ҙә барыр инем. Һыҙланыуға түҙеп булмай бит. Төнө буйы йөрөп сыҡҡас, балалар уяна. Уларға эшкә барырға кәрәк. Исмаһам, табиптары ла эргәлә булыр ине”, - тип йыш ҡабатлай ул.
Ысынлап та, бөгөн ҡалабыҙҙа күптәр хоспис булыуын теләй. Шуға ла республика Башлығы Радий Хәбиров уны төҙөү зарурлығы хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡас, тап шундай яҙмышҡа дусар булғандар яңылыҡты хуплап ҡаршы алды. Тәүҙә ҡала хосписы “Башҡортостан сәскәләре” торлаҡ комплексына ингән урында булыр тип күҙалланғайны. Кисә уның аныҡ урыны билдәләнде. Өфө хосписына урын “Мега” сауҙа үҙәге артында бүленәсәк. Бының өсөн 237 сутый майҙан ер бүлеү хаҡында республика Башлығының ҡарары ҡабул ителде.
Был учреждение Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төҙөлә. Билдәле булыуынса, 2019 – 2024 йылдарҙа Рәсәйҙә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 1,7 триллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү планлаштырылған.

Читайте нас