Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Декабрь 2019, 19:40

Учалыла “Һөт кухняһы” асылды

"Беҙҙең продукция составында ҡушымталар, консерванттар, төрлө буяуҙар юҡ. Шуға күрә уның һаҡлау ваҡыты ла ҡыҫҡа".

“Демография” милли проектының “Башҡортостанда граждандарҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү системаһын формалаштырыу, шул иҫәптән сәләмәт туҡланыу һәм зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартыу” төбәк проектына ярашлы Учалы ҡалаһында “Һөт кухняһы” асылды.

Яңы пункт Әхмәтғәлин урамында дәүләт дарыуханаһы эргәһендә урынлашҡан. Һөт, ҡатыҡ, эремсек, йогурт һәм башҡа тәбиғи продукция әлегә Стәрлетамаҡ ҡалаһының һөт фабрика-кухняһында етештерелә һәм аҙнаһына ике тапҡыр Учалыға килтерелә.

Бындай һөт фабрика-кухняһы тиҙҙән Белоретта ла эшләй башлаясаҡ. Бүлексә асылыу менән продукция күрше райондан ҡайтартыласаҡ.

"Беҙҙең продукция башҡа етештереүселәрҙекенән шуныһы менән өҫтөн: уларҙың составында ҡушымталар, консерванттар, төрлө буяуҙар юҡ. Шуға күрә уның һаҡлау ваҡыты ла ҡыҫҡа", - ти Белорет ҡалаһындағы “Һөт кухняһы” бүлексәһе мөдире Евгений Юхин.
    Һөт кухняһы ризыҡтары менән уртаса килем йәшәү минимумынан кәм тәшкил иткән ғаиләләрҙә үҫкән алты айҙан өс йәшкә тиклемге балалар бушлай тәьмин ителәсәк.
    Фото: Учалы районы хакимиәте сайтынан.
    #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
    #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
    Читайте нас: