Башҡортостан
+20 °С
Облачно
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Милли проекттар
28 Декабря 2019, 08:05
Милли проект: тәьминәт тәртибе үҙгәрә
2020 йылдың 1 ғинуарынан өс йәшкә тиклемге сабыйҙарҙы, ауырлы һәм бала имеҙгән ҡатындарҙы махсуслаштырылған ризыҡтар менән бушлай тәьмин итеү тәртибе үҙгәрә.
"Демография" милли проектына ярашлы, 2020 йылдың 1 ғинуарынан ауырлы һәм бала имеҙеүсе ҡатындарҙы, шулай уҡ өс йәшкә тиклемге сабыйҙарҙы махсуслаштырылған ризыҡтар менән бушлай тәьмин итеү тәртибе үҙгәрә.
Был республика ҡануниәтенә индерелгән үҙгәрештәргә бәйле һәм аҙ тәьмин ителгән граждандар категорияһына ҡағыла. Һүҙ ҡоро ҡатнашмалар, бутҡалар, балалар туҡланыуы өсөн махсуслаштырылған һөт ризыҡтары хаҡында бара. Улар менән “Һөт кухняһы” дәүләт автономиялы учреждениеһы тәьмин итәсәк.
Был хоҡуҡ менән файҙаланыу өсөн аҙ тәьмин ителгән граждандар категорияһына ҡараған ауырлы йәки бала имеҙеүсе ҡатындарға, өс йәшкә тиклемге балалар өсөн махсус килешеү төҙөргә, документтар йыйырға тура киләсәк. Уларҙың тулы исемлеге менән республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға мөмкин (
https://health.bashkortostan.ru/
).
Шулай уҡ килешеү төҙөү пункттары адрестары, уларҙың эш графигы, документтар исемлеге менән
www.milkrb.ru
һылтанмаһы буйынса “Һөт кухняһы” дәүләт автономиялы учрежденияһының сайтында ла танышырға була.
Республикалағы һөт кухняларының эшмәкәрлеге Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының “Башҡортостанда граждандарҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү системаһын формалаштырыу, шул иҫәптән сәләмәт туҡланыу һәм зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартыу” төбәк проектына ярашлы көйләнә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Фото: health.bashkortostan.ru
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"