Дыуан ауылында күп функциялы мәҙәниәт йорто асылды. Объект "Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы сафҡа индерелгән.
Мәҙәниәт йортон асыу тантанаһында Башҡортостан мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Дыуан районы хакимиәте башлығы Фаил Мөхәмәҙиев һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Социаль-мәҙәни үҙәктең төҙөлөш майҙаны 1369,2 квадрат метр тәшкил итә.
Мәҙәниәт йортоноң ике ҡатлы бинаһында методика кабинеты, 300 урынлыҡ тамаша залы, эстрада, фойе, вестибюль, вахта, санитар узелдар, тренажёр залы, душ, сисенеү һәм башҡа бүлмәләр бар.
Бынан тыш, бинала балалар уйын бүлмәһе, тауыш студияһы, фильмдар күрһәтеү өсөн проекцион бина, халыҡ хоры кабинеты һәм башҡалар йыһазландырылған.
- Уңайлы мәҙәниәт йорто асылғандан һуң, Дыуан ауылы мәҙәни үҫешкә көслө этәргес алды. Хәҙер бында йәшәүселәр үҙҙәренең ижади потенциалын тағы ла күберәк тормошҡа ашыра алыр, тип ышанам. Мәҙәниәт йорто барлыҡ коллективтарҙың, бөтә халыҡтың берләшеү усағы буласаҡ, ә балалар каникулдарҙы нәҡ бына ошонда, яңы үҙәктә үткәрәсәк, сөнки бында күңел асыу һәм үҫеш өсөн барлыҡ шарттар ҙа бар, - тип билдәләне мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.