Был яңылыҡ эшҡыуарҙарға ҡағыла. Улар 10 миллион һумға тиклем кредитты 9,95 проценттан юғары булмаған ставка менән биш йылға алыу хоҡуғына эйә. Өҫтәүенә был процедураға бәйле талаптар ябайлаштырылған.
Быға тиклем дә эшҡыуарҙар өсөн ташламалы кредит бирелә һәм уның күләме 8,5 проценттан артмай ине. Ул программа былтыр февралдә ил Президенты Владимир Путин Указына ярашлы раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проектына ярашлы эш башлағайны. Уның буйынса өс йылға 500 мең һумдан 500 миллион һумға тиклемге аҡса әйләнешен тултырыу өсөн ташламалы кредит алырға мөмкин ине. Ул кредитты инвестициялар маҡсатында алғанда, күләме 500 мең һумдан 2 миллиард һумға тиклем тәшкил итә һәм түләү ваҡыты ун йылға ҡәҙәр булды.
“Быйыл программа кредиттың “эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген үҫтереү” тигән яңы төр менән тулыландырыла. Уның буйынса 10 миллион һум күләмендәге кредитты биш йылға һәм 9,95 проценттан артмаған ташламалы ставка менән алырға мөмкин. Тағы кредиттар буйынса ябайлаштырылған талаптар ҡуйылған. Мәҫәлән, һалымдар буйынса бурыстың барлығы буйынса сикләүҙәр юҡ”, – тип аңлатмалар биргән Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш буйынса министрлығының матбуғат хеҙмәте.